Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь 2019, 14:26

Үҙәккә үтте был эскелек!

Ҡала йәмәғәт палатаһы үҙенең киңәйтелгән ултырышында алко-голизм менән көрәш юлдарын ҡарап үтте.

Йәмғиәт үҫешенә бик күп факторҙар ҡамасаулай, шуларҙың береһе – алкоголизм. Эскеселек арҡаһында ғаиләләр тарҡала, балалар йәтим үҫә, уйламағанда ғүмерҙәр ҡыйыла, яуыз эш ҡылып, рәшәткәләр артына ултырыусылар ҙа юҡ түгел. Рәсәйҙә был сирҙән йыл һайын 75 мең кеше гүр эйәһе булып тора. Дәүләт кенә түгел, иҫерткес эсемлек менән дуҫтар, үҙҙәре лә бергә ойошоп, бәйлелектән ҡотолоу юлдарын эҙләй, ҡалала, мәҫәлән, аноним алкоголиктар төркөмө эшләп килә. Тик үҙен сирле итеп таныусылар ҙа бик күп түгел бит әле. Тағы ла йәш быуынды тәүге тамсыларҙан һаҡлап ҡалаһы бар. Ғөмүмән, проблема етерлек. Шуға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та был өлкәлә етди эш алып барыласағы хаҡында әленән-әле иҫкәртеп тора. Легаль булмаған араҡы һатыусыларға штраф һалыуҙар, «Һуңғы ҡыңғырау», «Һабантуй» кеүек ҙур байрам көндәрендә алкоголь һатыуҙы тыйыуҙар – быға асыҡ миҫал.
Яңы заман талаптары, ҡануниәттә-ге үҙгәрештәргә бәйле, ҡалабыҙҙа алкоголизмға ҡаршы саралар күреүгә бағышланған әңгәмәне Йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Кириллов алып барҙы. Унда шулай уҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Альберт Шәйхетдинов, Рөстәм Рах-манғолов, 2-се республика наркология диспансеры мөдире Илдар Кирәев, ҡала психиатрия дауаханаһының баш табибы Сергей Бойков, мосолмандар дини ойошмаһы имам хатибы Ришад-хәҙрәт, «Айыҡ ғаилә клубы» етәксеһе Алексей Панченко ҡатнашты.
Сығыш яһаусылар айыҡ тормоштоң матур яҡтарын күрһәтеүсе йәмғиәт-тәр, халыҡтың ял итеү мәҙәниәтен күтәреү, йәштәр араһында тәрбиә эштәре алып барыу кәрәклеген билдәләп үтте.
Альберт Наил улы үҙ сығышында сирҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә милли хәүефһеҙлеккә янауын айырып әйтте. Уның фекеренсә, тыйыуҙар, сикләүҙәр индереү ҙур һөҙөмтә бирмәй, ә бына сәләмәт йәшәү рәүеше мөхитен булдырыу һәм спортты үҫтереүгә баҫым яһарға кәрәк.
Ултырыш аҙағында республикала иҫеректәр өсөн айнытҡыстар булдырыу, контрафакт алкоголде һатыу урындарына ҡарата закондарҙы ҡәтғиләштереү, йәштәр араһында профилактик саралар ойоштороу ҙа тәҡдим ителде.
Э. МӨНИРОВ.
Читайте нас: