Ашҡаҙар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь 2019, 14:04

Троллейбустан ҡыуып төшөргән

Кондуктор пассажирҙы трол-лейбусҡа ултыртмай, ҡыуып сығара. Ни өсөн тиһегеҙме? Ҡайта-рып бирергә ваҡ аҡсаһы булмаған өсөн. Был хәл Новосибирскиҙа булған. Баҡтиһәң, бында троллейбуста йөрөү 21 һум тора икән. Ҡыҙ кеше 100 һум аҡса бирә, ә кондукторҙың уға ҡайтарып бирергә ваҡ аҡсаһы булмай, шунлыҡтан уны ҡыуып төшөрә.

Икенсе пассажир, ҡыҙҙы яҡлашып, уның өсөн кондукторға түләргә лә тәҡдим итеп тә ҡарай. Әммә кондуктор – үҙ урынында “начальник”, һаман үҙенекен итә: “Ул минең биткә һуҡты”, – тип, яуабын таба.
Был осраҡта кондукторҙы тән-ҡитләмәй булмай. Бәлки, ҡыҙ эшкә йә уҡырға ашыҡҡандыр. Кондукторҙың уны йәмәғәт транспортына ул-тыртмаҫҡа ниндәй хоҡуғы бар. Туҡталыш һайын пассажир ултыра, бара торғас, 100 һумды ваҡларға аҡсаһы ла табылыр ине. Бар бит арабыҙҙа шундай “йәнһеҙҙәр”. Бәлки, һеҙҙең арала ла шундай хәлдәр булғаны барҙыр. Булһа, яҙығыҙ, бәлки, бергәләп, яуабын табырбыҙ.
Ф. ҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: