Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь 2019, 21:41

ПУТИН: ФЕЙК ЯҢЫЛЫҠТАР ПРОБЛЕМАҺЫ КИҪКЕНЛӘШӘ БАРА

Рәсәй Президенты ялған мәғлүмәттәрҙе таратҡан өсөн енәйәт яуаплылығы индерергә тәҡдим итте.

Белә тороп ялған яңылыҡтар таратыу мәсьәләһе киҫкенләшә бара, әммә әлегә тейешле законды ҡәтғиләштереү тураһында ҡарар яһарға иртәрәк әле, тип һанай Рәсәй Президенты.

Был фекерҙе Владимир Путин тура бәйләнеш ваҡытында, тәржемәсе һәм 1,5 млн язылыусыһы булған видеоблогер Дмитрий Пучков (Гоблин) тәҡдимдәренә яуап биргәндә белдерҙе һәм фейк мәғлүмәтте таратҡан өсөн енәйәт яуаплылығы индерергә тәҡдим итте.

“Ысынында, был мәсьәлә бар, ул тағын да киҫкенләшә бара”, - тине Путин. Шул уҡ ваҡытта ул элек ялған хәбәр өсөн берниндәй яуаплылыҡ та булмауына, ә хәҙер административ яза индерелеүенә иғтибар итте.

Рәсәй Президенты хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибәһенә мөрәжәғәт итергә тәҡдим итте. “Һуңынан инде бының етәрлек булыуы тураһында һығымта яһарға буласаҡ. Кәрәк булһа, был ҡанунға өҫтәмәләр индерелер",- тип һөйләне ул.


Иҫкәртеп үткәндә, 2019 йылдың мартында Рәсәйҙә фейк яңылыҡтарҙы блокировкалау тураһында закон ҡабул ителгән ине.
Читайте нас: