Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2019, 13:22

Ҡаһым түрә рухы тынмаһын!

...Батырҙар төйәге. Ашҡаҙар йылғаһына һәйкәл ҡойған легендар Айыусы, аралары бишәр генә саҡырым булған Мырҙаш һәм Мәҡсүт ауылдары... Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының химия гиганттары солғанышында ҡалған был боронғо ауылдарҙың үҙенә генә хас холоҡ-фиғеле, йәшәйеше бар. Уларҙың булмышында ғәййәрлек тә, сәм дә, ғәм дә ярылып ята, ә күҙҙәренән йәшәү көсө бөркөлөп тора. Уларҙың бөгөнгө тормошо ни хәлдә? Стәрлетамаҡ районына сираттағы сәфәребеҙҙә Айыусы ауылы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, урындағы китапхана мөдире Наилә Сәйетхан ҡыҙы ХӘЙБУЛЛИНА менән ошо турала ҡыҫҡаса ғына әңгәмәләшеп алдыҡ.

– Борон-борондан беҙҙең халыҡта ололар һүҙенә ҡолаҡ һалғандар, мөһим эштәргә тотон-ғанда уларҙан кәңәш һорағандар. Әлхәмдүлилләһ, бына шул матур традицияны бөгөн ағинәйҙәребеҙ дауам итә, тимәк, улар рухи-әхлаҡи яҡтан ниндәйҙер кимәлдә ауылдың тотҡаһы булып тора. Был йәһәттән һеҙҙә нимәләр эшләнелә?
– Ағинәйҙәребеҙ бик әүҙем, бер саранан да ситтә ҡалмайҙар. Айыусынан Шәкирә Байғотлина, Вәсилә Биккинина, Фәнүзә Рәхмә-туллина, Зәлиә Иралина, Нәсимә Исхаҡова, Фәнүзә Аҙнаева, Мырҙаш-тан Фәриҙә Буранғолова, Нурия Миңнеғужина хатта йәйҙең иң ҡыҙыу эш осоронда ла ваҡыт табып, клубҡа йүгереп килеп етәләр. Клубтың художество етәксеһе Шамил Шафиҡовтың ҡурайына, баян моңона ҡушылып йырлап-бейеп күңел асабыҙ, башҡаларҙың да кәйефен күтәрәбеҙ. Шулай ҙа ағинәйҙәребеҙ йырлап-бейеп кенә ҡалмай, ҡул эштәренә лә бик маһир. Һәр береһе үҙенә генә хас һәләткә эйә. Улар башҡарған ҡул эштәрен республика кимәлендә уҙғарылған күргәҙмәләргә сығарабыҙ. Күптән түгел район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы уҙғарылды, шун-да ағинәйҙәребеҙҙең күҙ нурҙарын һалып башҡарған эштәренән бик бай күргәҙмә ойошторҙоҡ.
– Белеүемсә, һеҙ республикала беренселәрҙән булып “Баш ашы” йолаһын күрһәткәйнегеҙ. Уны шунда уҡ башҡа райондарҙа ла үткәрә башланылар. Һәммәһенең дә күңеленә хуш килерҙәй, һирәк осрай торған йолаларыбыҙға бәйле тағы нимәләр эшләйһегеҙ?
– Һәр хәлдә, эшһеҙ торғаныбыҙ юҡ. Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – йолаларыбыҙҙы күрһәтеү. Ә иң мөһиме, уларҙы балалар күреп үҫергә тейеш. “Баш ашы” йолаһына килгәндә, уның сценарийын Зәйнәп апай Урманцева яҙып ҡалдырҙы. Үкенескә ҡаршы, мәрхүмә үҙе байрамды күрә алманы. Зәйнәп Вәли ҡыҙы ғүмере буйы Айыусыла балалар уҡытты. Бик аҡыллы, итәғәтле кеше ине ул. Урыны йәннәттә булһын!
Ағинәйҙәр йыйылышып, бынан тыш, күп балалы ғаиләлә алтынсы булып тыуған балаға исем ҡуштырҙыҡ. Ҡыш көнө мәсеттә һыуыҡ булғанлыҡтан, имам-хатиб Айҙар Сәғитов китапханаға килеп, шунда исем атаны. Ә яҙ көнө Ыуыҙ ҡоймағы байрамын үткәрҙек.
Бына әле августа буласаҡ Ҡорбан ғәйетенә әҙерләнә башланыҡ. Унда һәр ваҡыт кеше ныҡ күп була. Байрамға килгән халыҡ алдында мөнәжәттәр менән сығыш яһарға уйлайбыҙ.
– Наилә, һинең үҙеңдең бага-жыңда ла һирәк осрай торған йола-лар күп икәнлеге күренеп тора.
– Был минең өләсәйемдән килә. Мин үҙем Ишембай районы Әхмәр ауылынан Айыусыға килен булып төштөм. Әсәйемдең әсәһе Ғәрифә өләсәйем 1878 йылғы, йөҙ йәшкә етеп үлде. Өләсәйем һәр һүҙен мәҡәл-әйтемдәр, бәйет менән һөйләр ине. Уның һөйләгән һәр һүҙе тәрән мәғәнә-гә эйә булған икән – мин шуны үҙем өләсәй булғас ҡына аңлай башланым. Мәҫәлән, “Ҡарға бутҡаһы”н беҙ яҙ байрамы тип кенә беләбеҙ. Ә бит ошо йолаға тәрән мәғәнә һалынған. Уның төп маҡсаты – илгә именлек теләү. Ҡарға – емтек ашай торған ҡош. Ҡарғалар ас булмаһа, емтек ашамай. Элек илгә афәт, йотлоҡ килмәһен өсөн, япраҡтарға бутҡа һалып, теләктәр теләп таштарға ҡуйып сыҡҡандар. Өләсәйем бына шуларҙы ентекләп аңлата торғайны. Бына шулар күңелемә һеңеп ҡалған. Хәҙер өләсәйемдән ишеткәндәремдең бер аҙ ғына өлөшөн булһа ла балаларыма, балаларымдың балаларына еткергем килә. Өләсәйем шул тиклем күп әкиәттәр, сәңгелдәк йырҙарын белә ине. “Ҡуян балаһын бына шулай тип йоҡлата, тейен балаһын бына шулай тип йоҡлата”, – тип һамаҡлай торғайны:
Аллаһыу, аллаһыу,
Кәзәләрҙе тауға ҡыу.
Сәскә башын ашаһын,
Минең балам йоҡлаһын!
Үҫеп буйға етер ул,
Үҫеп буйға еткәс тә
Мәҙрәсәгә китер ул.
Мәҙрәсәнән ҡайтҡанда
Минең хәлде белер ул.
Олатайым Файзулла Әминев Беренсе донъя һуғышында булған. Өләсәйем хат аша олатайыма үҙенең ҡулын төшөрөп ебәргән. Йәнәһе, “күрешербеҙ” тигәнде аңлатырға теләгән. Олатайым ифрат йор һүҙле кеше ине. Ул да аптырап тормаған, яуап итеп аяғын төшөрөп ебәргән. “Мин дә әйләнеп ҡайтырмын” тигән мәғәнәлә инде. Олатайым ҡурайҙа уйнай ине. Бына шундай матур тәрбиә алып үҫкәнемә Аллаһы Тәғәләгә сикһеҙ рәхмәтлемен.
Бына шулай, ауылдың йәме, йәне булып, үҫеп килгән йәш быуынға терәк-таяныс булып гөрләшеп йәшәй Айыусы ағинәйҙәре! Рим Янғужин исемен йөрөткән мәктәпле данлыҡлы ауылда Ҡаһым түрә рухы, Ашҡаҙар моңо бер ҡасан да тынмаһын!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас: