Ашҡаҙар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2019, 14:25

ТӘНГӘ СИХӘТ БИРӘ МУНСА

Мунса инеү йолаларының тамырҙары алыҫ үткәндәргә ҡайтып ҡала. Һәр халыҡтың, урындағы үҙенсәлектәргә, менталитетҡа бәйле, мунса мәҙәниәте бар. Ә бөгөн мунса инеү нисек ҡоролған һуң? Файҙалымы ул, нисек йыш инергә кәрәк? Ҡала кешеһенә мунса килешәме? Стәрлетамаҡтар йәй көнө мунсаға йөрөймө? Ошо һорауҙар беҙҙе «Ҡала сәләмәтләндереү комплексы» яуаплылығы сиклән-гән йәмғиәте директоры Рим ДӘМИНОВҡа алып килде. Әйтергә кәрәк, Рим Хәйерлебара улы һымаҡ мунса хаҡында шул тиклем ентекле белгән кешене осратҡан юҡ ине әле. Юҡҡа ғына ул «Салауат быуы – 2014» мунса оҫталығы буйынса төбәк чемпионатында еңеүселәрҙең береһе булмаған, тимәк.

– Ҡалала бөтә мунсалар ҙа һеҙҙекеме?
– Комплексҡа башта Халтурин, Дуҫлыҡ, Ялан урамдарындағы һәм Шахтау, Строймаш ҡасабаларындағы мунсалар ҡарай ине. Әле Халтурин урамындағы 110-сы йорттағы һәм Дуҫлыҡ урамындағы 24-се йорттағы мунсалар – комплекс ҡарамағында, ҡалғандары ваҡытлыса килешеү буйынса ҡуртымға бирелгән.
– Халтурин урамындағы комплексҡа аяҡ баҫыу менән бындағы мунсаның ҡалалағы иң шәп мунсаларҙың береһе булыуына шик ҡалманы.
– Мунса заманса йыһазландырылған, бассейны һәм саунаһы бар. Бында 2008 йылда эш башланыҡ, бөтә нәмәне ав-томатлаштырҙыҡ. 65 кешенән торған кол-лектив халыҡ мунсала кинәнеп йыуынып, ял итеп ҡайтһын өсөн тырышып эшләй.
– Кинәнеп йыуыныу тигәндән, мунса йыуыныу урыны ғына түгел, йән таҙарта торған изге урын тип әйтеп буламы?
– Мунсаның тәнгә лә, йәнгә лә шифаһы элек-электән билдәле. Мунса инеү сәләмәтлек өсөн генә түгел, мәҙәниәттең бер өлөшө. Мосолман илдәрендә мунсалар тиҙ таралған, сөнки пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт: «Таҙалыҡ – ярты иман», – тип әйткән. Мунса, ысынлап та, йыуынып сыға торған урын ғына түгел, күп сирҙәрҙән ҙә дауа ул. Хәҙерге заманда мунсалар тән дә таҙарынырлыҡ, шифа алырлыҡ, ял итерлек итеп төҙөлгән. Мунсалар бөгөн сәләмәт тормош рәүешенең өҙлөкһөҙ өлөшө булып тора. Бер һүҙ менән әйткәндә, мунса арыуҙы ла, һағышты ла йыуып төшөрә. Иң мөһиме, мунса ингәндә ҡабаланмаҫҡа һәм кәрәгенсә тынысланып, тәнде йомшартып, проблемаларыңды онотоп торорға кәрәк. Шулай итмәһәң, уның файҙаһы булмаясаҡ.
– Ыңғай һөҙөмтә алыу өсөн мунса ҡағиҙәләрен тотоу нимәлә сағыла?
– Мунсала тән температураһы 38-39 градусҡа тиклем күтәрелә. Һөҙөмтәлә матдәләр алмашыныуы көсәйә. Күпләп тир бүленеп сығыуы организмды шлактарҙан таҙарта, бөйөр эшмәкәрлеген еңеләйтә. Юғары температура йоғонтоһонда тире капиллярҙары ҡан менән тула, был эске ағзаларҙа ҡан йөрөшө тығынын булдырмай һәм ҡан әйләнеше яҡшыра.
Тулы ашҡаҙан менән мунсаға барыу тыйыла. Ас барыу ҙа кәңәш ителмәй. Мунса алдынан еңел генә ҡапҡылап алырға мөмкин. Мунсаға ингәс тә, һабынһыҙ ғына йылы һыу менән тәнеңде йыуып, таҫтамал менән ҡороторға кәрәк. Был яҡшыраҡ тирләргә мөмкинлек бирәсәк. Баш тиреһен яныуҙан һаҡлау өсөн башыңа башлыҡ кейеү зарур. Тән эҫегә яйлап күнегергә тейеш. Шуға ла эләүкәгә менер алдынан 5 минут тирәһе аҫта ултырып торорға кәрәк. Эләүкәлә иң дөрөҫ торош – горизонталь. Сөнки был саҡта быу тән буйлап тигеҙ тарала, мускулдар яҡшы йомшара.
– Әйткәндәй, мунсала иң мөһиме быу, ул һауаны зарарһыҙландыра, тиҙәр…
– Быу файҙалы булһын тиһәгеҙ, ҡыҙған таштарға ябай һыу урынына төрлө үләндәр йәки шыршы энәләре төнәтмәһе һибегеҙ. Таштарға кеүәҫ һипһәгеҙ, мунсаға яңы бешкән икмәктең ҡабатланмаҫ еҫтәре таралыр. Быу еңел һәм йомшаҡ булһын өсөн ҡайнар һыуҙы ташҡа әҙләп кенә һибегеҙ, һыуыҡ һыуҙан быу ауырая һәм еүешләнә, тын алыуы ауырлаша.
– Мунса ярҙамында ябығырға ла мөмкин, тип ишеткәйнем.
– Уның өсөн бер тапҡыр ғына мунса инеү етмәй. Ябығам тиһәң, мунсаға даими йөрөргә кәрәк. Был маҡсатҡа саунаның ҡоро быуы яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә. Сөнки организмды эҫенән һаҡлайым тип, май тулыһынса янып бөтә. Целлюлиттан һәм шлактарҙан ҡотолоу өсөн мунсала ҡурай еләге төнәтмәһе эсергә мөмкин. Бының өсөн 2 аш ҡалағы кипкән ҡурай еләген 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15-20 минут тоторға кәрәк. Файҙаһы нығыраҡ тейһен өсөн төнәтмәне ҡурай еләге менән бергә ҡушып эсегеҙ. Тик онотмағыҙ, бөйөрҙәре ауыртҡандарға быны эшләргә ярамай.
– Мунсаны миндекһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай бит инде…
– Ҡағиҙә булараҡ, күптәр ҡайын йәиһә имән миндек ҡуллана. Ҡайын миндеге мускулдар һәм быуындар һыҙлауын баҫа, тирене төрлө сабыртмаларҙан таҙарта, яраларҙы бөтәштерә, кәйефте күтәрә. Уны ҡулланғанда үпкәләрҙә һауа алмашыныуы һәйбәтләнә.
– Халтурин урамындағы мунсағыҙ-ға һоҡланып туйғыһыҙ, ә бына халыҡ электән яратып йөрөгән Дуҫлыҡ ура-мындағыһында ниндәй шарттар бар?
– Халтурин урамындағы мунса ремонттан һуң 27 июндә ҡабат ишектәрен асасаҡ. Ә бына Дуҫлыҡ урамындағы мунса халыҡты хеҙмәтләндереүҙән туҡтағаны юҡ. Шуныһы ла халыҡҡа мәғлүм булһын: хаҡтарға махсус акция булдырҙыҡ, ул 1 сентябргә тиклем – 200 һум, ә пенсионерҙарға – 150 һум буласаҡ. Шулай уҡ 10 тапҡырға алдан абонемент алғанда – 1800 һум, ә пенсионерҙарға 1500 һум торасаҡ. Бынан тыш тыуған көндәре булған кешеләргә махсус ташлама, хатта бер нисә сәғәт мунса инеүҙе бушлай бүләк итәбеҙ. Ә инде сауна яратыусыларға, нисә урынлы булыуға ҡарап, хаҡтар 350 һумдан алып 500 һумға тиклем тәшкил итә.
– Мауыҡтырғыс әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, мунса яратыусылар артһын!
Римма ҒӘЛИМОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: