Тауыш биреүгә ике кандидат тәҡдим ителде: Мырҙағоловтан тыш, Башҡортостан Республикаһы студенттарының хеҙмәт отрядтары лидеры Ирина Сухарева. Быға тиклем Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһында Башҡортостанды «Торатау» конгресс-холының хәҙерге директоры Айгөл Моратова күрһәтте. Ул төп эш урынында эштең күплегенә бәйле үҙ теләге менән Йәмәғәт палатаһы составынан сығыу тураһында ғариза яҙҙы.
«Төбәктәрҙән Йәмәғәт палатаһы ағзаларына субъекттарҙы федераль кимәлдә алға ебәреү бурысы йөкмәтелә, — ти Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина. — Беҙ Ростислав Мырҙағоловҡа төбәгебеҙҙе Рәсәй кимәлендә уңышлы күрһәтеүен һәм илдең Йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашыуын теләнек. Республикабыҙ вәкиленең беҙҙең тәжрибәләрҙе һәм проекттарҙы әүҙем күрһәтеүе мөһим».