Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2019, 15:02

«Ботаник» алдындағы ғәйеп

Ҡаланан фатир һатып алып, күсенергә йыйынғанда ғына Фәниәнең Себер тарафтарында эшләп йөрөгән ире автоһәләкәттә һәләк булды. 30 йәшлек кенә ҡатындың ике бәләкәй балаһы менән ҡалаға күсеп килгәс күргән михнәттәренең осона сығырлыҡ түгел.

Башта ул йәшәгән фатиры эргәһендәге магазинға иҙән йыуыусы булып урынлашты. Ҡыҙын балалар баҡсаһына, улын мәктәпкә урынлаштырғандағы сығымдарын бер Алла ғына белә. Эскегә үк һалышмаһа ла, әхирәттәре хәл белешергә килгәндә һыуытҡыстан бер шешә сығарырға ғәҙәтләнеп алды. Тик бер эш хаҡы менән балаларына аталарынан сыҡҡан пенсия ғына осто-осҡа ялғарға саҡ етә. Ләкин йәш йөрәктең айына бер тапҡыр булһа ла, донъя мәшәҡәттәренән арынып, бар донъяһын онотоп, әлеге лә баяғы, күңел асҡыһы килеп тик тора. Бер мәл Яңы йыл алдынан магазинга инһә, хаҡы бер меңлек, самауырҙы хәтерләткән әрмән коньяҡтары килтереп тултырғандар. Уларға текәлеп бер «ботаник» баҫып тора. Фәниә бер коньякты алды ла сумкаһына һалды. Аҙаҡ пакетына икмәк, һөт, колбаса, сыр, алма, әфлисун, банан тултырҙы ла касса эргәһенә килеп баҫты. Пакеттағы аҙыҡ-түлек өсөн түләне лә, сумкаһындағы коньяҡты сығарып торманы. Боролоп ҡараһа, «күҙҙәре маңлайына менгән» ботаник баҫып тора. Ҡатын тын да алмай магазиндан сығып тайҙы… Һәм бер аҙнаға яҡын был кибетте ситләп үтте. Был хәл онотолоп та бөткәйне инде. Кәм тигәндә ярты йыл тирәһе ваҡыт үткән. Бер заман урындағы телевидениела магазиндан араҡы сәлдереүсене тотоуҙары хаҡында криминаль хрониканы күрһәтәләр. Абайлабыраҡ ҡараһа – теге ир булып сыҡты. Был ваҡиға Фәниә өсөн ғүмерлек һабаҡ булды. Тормошта бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй, әлбиттә. Теге саҡ күмәкләп коньякты түңкәргән әхирәттәре лә төрлөһө-төрлө яҡҡа таралып бөттө. Балалары үҫте. Араҡыны бөтөнләй эсмәй, үҙе намаҙға баҫты. Ә күңелдә көйөк барыбер ҡалды.
Р. БАЙРАМОВА.
Читайте нас: