Ашҡаҙар
-9 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2019, 15:27

ОСАГО булмаһа, штраф күләме арта

ОСАГО полисы тураһындағы талаптарҙы бер нисә тапҡыр боҙған өсөн автомобиль йөрөтөүселәрҙе хоҡуҡтарынан мәхрүм итә башлауҙары мөмкин.

ОСАГО полисы булыу тураһындағы талаптарҙы ҡабаттан боҙған автомобилселәргә 5 мең һум күләмендә штраф һалыуҙары йәки водитель танытмаһын тартып алыуҙары мөмкин. Был хаҡта яңы закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим иткәндәр.
Әлеге мәлдә штраф 800 һум тәшкил итә, әгәр ҙә уны 20 көн эсендә түләп өлгөрһәң, икеләтә әҙерәк түләп ҡотолорға була.
Яңы закон проектында ҡағиҙәнән тай-пылыусыларҙан 4-тән башлап 6 айға тиклем водитель таныҡлығын тартып алырға тәҡдим ителә.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: