Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июнь 2019, 14:00

Радий Хәбиров Рәсәйҙең иң яҡшы губернаторҙары иҫәбенә инде

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров май-июнь айҙарында Губернаторҙарҙың милли рейтингында 13-сө урынды биләне.

Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтарының эшмәкәрлеген баһалауға арналған сираттағы тикшереүҙе «Рейтинг» мәғлүмәт коммуникациялары үҙәге әҙерләне.
Аналитиктар билдәләүенсә, Губернаторҙарҙың милли рейтингына профессиональ һәм социаль урын биләгән эксперттарҙың киң даирәһе йәлеп ителде. Тап ошондай состав «тикшереү һөҙөмтәләрен демократик, «ябай халыҡтың» фекеренә нығыраҡ яҡынайтып эшләргә мөмкинлек бирә.
Май-июнь рейтингында тәүге урында — Тула өлкәһе губернаторы Алексей Дюмин. Икенсе урында — Белгород өлкәһе етәксеһе Евгений Савченко. Өсөнсөлә Мәскәү мэры Сергей Собянин килә.
Рейтингтың тәүге биш лидеры иҫәбенә шулай уҡ Төмән өлкәһе губернаторы Александр Моор һәм Ямал-Ненец автономиялы округы башлығы Дмитрий Артюхов инде.
Читайте нас: