Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2019, 14:41

Башҡортостан сит ил туристары араһында популяр 10 йүнәлеш иҫәбенә инде

Башҡортостан Республикаһы сит ил туристары араһында популяр 10 йүнәлеш иҫәбенә инде.

2019 йылдың 1 марттан 31 майына тиклем Рәсәй төбәктәре карталарын Maps.me ҡушымтаһына күсергән сит ил ҡулланыусылары һаны нигеҙендә төҙөлгән рейтингта төбәк унынсы урынды алды, тип хәбәр итә РИА Новости.
Өс лидер иҫәбендә — Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Краснодар крайы. Артабан Адыгей һәм Ростов өлкәһе килә.
Алтынсы урында – Свердловск өлкәһе, етенселә – Татарстан, һигеҙенсе һәм туғыҙынсы баҫҡыстарҙы Смоленск һәм Воронеж өлкәләре биләне.
#туризм
#Башҡортостан
Читайте нас: