Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2019, 23:49

ЕҢГӘМ

ХикәйәКөтөү ҡайтып, эш-көштәр бөткәс, көндөҙ йыйып ултыртҡан алмамды күтәреп еңгәмә киттем. Ихатаһына барып ингәс, ни эшләптер ишеген шаҡырға ҡыймай, байтаҡ ҡына тупһаһында тапанып бер булдым.Әллә ҡалай шомло тойолдо донъяһы, бығаса һәр ете тәҙрәһендә уйнаған ут һүнгән дә, төпкө бүлмәһендә бөләңгерт кенә булып янып тора. Тәҙрә аша шунда мәж килгән еңгәмдең шәүләһен күреп ҡалам. Ул әле бер, әле икенсе бүлмәһенә инеп, иркен өйөн бер итеп йөрөп ята. Ҡойма аша баҡсаһына һикереп төшөп, ҡорғаны тартылып бөтмәгән тәҙрә төбөнә барып баҫам. Эсемде ниндәйҙер аңлайышһыҙ, бығаса таныш булмаған тойғо телә. Үҙемдең шымсы ише боҫоп тороуымдан да уңайһыҙ.

Бығаса һис шикләнеүһеҙ асып ингән ишектең тотҡаһына үрелгәс, уны ҡыйыуһыҙ ғына тартып ҡарайым. Эстәге келә, һаҡта ятҡан көсөк ише шыңшып ҡуя.
Алмалы биҙрәмде инде тупһала ҡалдырып ҡапҡаға табан йүнәлгәндә генә, еңгәмдең: “Килдеңме?” тигәне туҡтата. Был һорауы ла үҙемә әллә ҡалай сәйер ишетелә. Ул, солан утының яҡтыһына күҙе сағылып, ҡараңғы ихатаһын байҡап алан-йолан ҡарана ла, ашығып атлап мин торған яҡҡа ыңғайлай.
- Килдеңме? –Билдәһеҙлеккә төбәлгән был һорауын күңелем менән ҡабул итмәйем, ул миңә түгел, икенсе берәүгә төбәлгәндәй. Тораташтай ҡатып торған еремдән:
- Ең…гә, - тим тотлоғоп ҡына, - кемгә әйтәң ул?
Ул минең тауыштан тертләп китә лә, йыртҡыстан өрккән ҡоралайҙай, ауыр кәүҙәһен еңел һелтәп, ситкә ырғый. Был ҡыланышы мине лә һиҫкәндереп ебәреп ҡапҡа бағанаһына һемәштереп ҡуя. Байтаҡ шулай бәрей күреп ҡобараһы осҡан кешеләй ҡатып торам да, бар асыуымды йыйып, йәнем көйөп ҡысҡырып ебәрәм:
- Ниш-шәйең ул, еңгә?!
Был һорау уны ысынбарлыҡҡа ҡайтара булһа кәрәк, ҡатып торған еренән йәһәт ҡубып ишегенә табан юллана. Әйҙәләмәһә лә, артынан эйәрәм. Өйгә инеп етер-етмәҫтән, ҙур енәйәт өҫтөндә тотолған кешеләй аҡланып, хәбәремде теҙәм:
- Алма килтергәйнем, - тим. – Һыйырыңа. Шуны ашаниһә һөтө тәмле була, тиең бит.
Үҙем ялҡау янған ут яҡтыһында еңгәнең төҫ- ҡиәфәтен күҙәтәм. Ул иһә мине бар тип тә белмәй, ишек төбөндәге көҙгөһө алдында бөтөрөлә. Өҫтөнә түше сигеүле матур күлдәген кейеп алған, кеше араһына сыҡҡанда, ҡунаҡ-маҙарға ғына таҡҡан эре ташлы мәрйенен таҡҡан.
- Ағайым нисек икән?
Айға яҡын балниста ятҡан ағайҙың хәлен белешеүҙән бигерәк, йәш елкенсәк ише көҙгө алдында борғосланған еңгәмә сирле булһа ла ире барлығын иҫенә төшөрмәк булам.
- Бер көй, - ти ул артыҡ иҫе китмәй генә. Уның шул бошмаҫлығы сығырымдан сығара.
Түрбаштағы диванына барып һеңәм дә, онотолоп китеп уның бығаса таныш булмаған серле булмышына тексәйәм. Мин атлы ҡунаҡ ише иркенәйгән һайын ул нығыраҡ өтәләнә, үҙе ҡорғаны асыҡ тәҙрәһенән айырыла алмай.
- Минлегөл ҡунаҡҡа өндәшкәйне, - ти ул һаман шул тәҙрәнән күҙен алмай ғына, - кермәйем тиһәм, ай-вайға ҡуймай ныҡышасы.
- Ҡунаҡ? – тип аптырайым . – Ошо ваҡыттамы?
- Ҡуй инде. Ҡунаҡ ҡайғыһылыр. Ағаң сирләгәндә.
Уның был һүҙенән байтаҡ йомшай төшәм. Ағайым дауаханаға кергәне бирле яңғыҙ донъя көткән еңгәне йәлләп китәм дә, ни күрә инде ул ошо ауылда, тип уйлайым. Таңдан тороп һыйыр елененә йәбешеүҙән, тиҙәк ҡырып һарай таҙартыуҙан, ерҙә соҡоноуҙан, беренән-бере ваҡ балалар ҡарауҙан, кистәрен күҙ бетләтеп лампа яҡтыһында нәски- ыштан ямауҙан башҡа ни күрә ул? Унан да бигерәк ғүмере буйы үҙен ус төбөндә бейетеп тотҡан яндырай, ғауғасыл ағайыма ярап йәшәүҙән башҡа?
Һәр эшенән ғәйеп табып, бешергәнен мөрхәтһенмәй кәстрүле-ние менән этенә сығарып атып, йыуып элгән керҙәрен бауынан һелкеп төшөрөп өсәр-бишәр ҡат сайҡаттырып йонсотҡан ен шикелле иргә түҙеп йәшәгән еңгәм йәл булып китә.
- Бар һуң, - тим уның күкрәген ҡаплап төшөп торған толомдарынан һыйпап. – Теге “ен” юҡта йөрөп ҡал.
Был һүҙҙәрҙән ул тағы ла йәнләнә төшә. Үҙе һаман ҡайырылып тышты күҙәтә.
- Миңлегөл дә шай, ти . Ирең юҡта йөрөп ҡал, ти . Ағаң йөрөтмәй бит. Ҡунаҡ тиһәң, ене ҡубырға тора.
Эйе, эйе, тип ризалашам да, биҙрәмде бушатып алып ҡайтырға сығам. Ҡайтып ятҡас йоҡо алмай байтаҡ уйланып ятам. Уйҙарым күберәк әлеге шул еңгәм тирәләй әйләнә. Әллә ҡалай ине бөгөн үҙе. Һис ҡасан булмағандай серле, сәйер ине. Матурлыҡҡа ғына кейә торған күлдәген кейеп алған, гелән яулыҡ аҫтында йәшереп тотҡан сәстәрен ике сатҡа үреп төшөргән. Ғүмерҙә ҡыланмағанды йәш ҡыҙҙар ише көҙгө алдында бөтөрөлә, арҡаһын турайтып, түштәрен ҡалҡытып баҫа ла, үҙен тәү күргәндәй, көҙгөлә сағылған һынына һоҡланып ҡарап тора. Күбәләй кәүҙәһен йәтеш кенә итеп борғослап та ала.
Был сәйер хәлдәрҙең осона сығып, төбөнә төшмәк булып :
- Әсәй, - тим күрше карауатта бышлығып йоҡлап ятҡан әсәйгә. – Миңлегөл еңгә ҡунаҡ йыйғанмы ни ул?
Уяу йоҡоло әсәй, минең тауышҡа ҡото осоп ырғып тора ла, орошорға тотона:
- Ниндәй ҡунаҡ йыйһын? Миңлегөлдөң ҡыҙына киткәненә айҙан ашты…
Төндө йоҡоло-уяу, аңҡы-тиңке үткәрәм дә, таң менән еңгәмә йүгерәм. Ул йырлай-көйләй иҙән йыуып ята, ҡай арала ялпылдатып керҙәрен дә йыуып элгән.
- Кисә килтергән алмаңдан бәлеш һалдым әле, - ти ул мине күреү менән. – Малға әрәм итеп ни аны. Сәй эсербеҙ, бикәс.
Был һүҙе тағы хайран ҡалдыра. Бығаса алманы биҙрәһе-ние менән һыйыры алдына ултырта ла ҡуя торғайны бит, бөгөн бәлеш бешергән. Йыуған иҙәнен тапап ишекле-түрле сабышҡан малайҙарына ла әллә ни иҫе китмәй үҙенең. Башҡа саҡта арттарынан еүеш сепрәге менән һыҙырып ҡала торғайны. Улары ла әсәләренең йыуашлығынан файҙаланып артыҡ иркенләп киткәндәр, өй менән ихатаны бер итеп ҡоторошалар.
- Миңлегөл… - мин ауыҙымды асып та өлгөрмәйем, еңгә күршеһенең ҡунағын маҡтарға керешеп китә. Бешермәгән нәмәһе, ултыртмаған ризығы ҡалмаған, тип тәтелдәй. Таңға саҡлы ултырғанбыҙ ҙа ҡуйғанбыҙ, ти ул, үҙе ауыҙын да йыйып ала алмай, бәхетле йылмайып, ихатаһында әле бер, әле икенсе эше менән булыша.
- Ағам нисек икән? - тим йәнә, тумалаҡ кәүҙәһен еңел йөҙҙөрөп янымдан тегеләй-былай үтеп-һүткән еңгәмә ире барлығын иҫенә төшөрөргә теләп.
- Бер көй, - ти ул иҫе китмәй генә, ғишҡы ҡубып, һөйгәнен күҙләгән ҡыҙҙар ише сәй яһаған арала ғына ла урамға ҡараған тәҙрәһенә ҡапланып.
Ағайһыҙ өйҙә эскән сәйем дә тәмле түгел, саптырышып уйнаған туғандарым да, еңгәм дә нисектер ят кеүек тойолоп, эсем өҙөлөп бер була.
Өйгә ҡайтҡас еңгәмдең сәйер ҡыланыштары хаҡында әсәйгә һүҙ тишәм.
- Ирһеҙ ирәйгән инде, - ти әсәй асыуланып. Мин иһә еңгәмде яҡын күргәнлектән, бар ғәйепте юҡтан тауыш сығарып, ҡатынын кәмһетеп йәшәгән ағайымдан эҙләйем. Ире юҡта, тауыш-ғауғаһыҙ донъяла рәхәтләнеп, иркенләп йәшәп ҡалайым, ти инде, тип фаразлайым. Шуға кәйефе лә яҡшылыр. Гел ағайымдан ҡурҡып, шуның күҙенә генә ҡарап, алдында ҡалтырап торған еңгәмде йәлләп китәм. Өйләнешкәндәренән бирле шулар араһында, ике ут араһында йүгергәндәй сабып йөрөүем иҫкә төшөп эсемде бошора. Ҡатынын урамдағы бағананан да көнләп, күрше-тирәһенән ҡыҙғанып йонсотҡан ағайыма асыуым ҡайнай. Ҡурсаҡ кеүек ҡатыны булһа бер хәл! Осаһын уңлы-һуллы һелтәп, күбәләй кәүҙәһен урынынан саҡ күсереп йөрөгән еңгәм инде шул, тип уйлайым, үҙен күпме генә яратһам да, асыуым килеп китеп. Ә егет сағында ниндәй генә ҡыҙҙары булманы үҙенең! Нимәһенә иҫе киткәндер, утыҙы тулып уҙғас ошоһон етәкләп ҡайтты.
Көмөш ҡалаҡҡа ғына һалып йотмалы ағайымды ошо һәпрәрәк еңгәмдән ҡыҙғанып төндәр буйы мендәр һыулап илап ятҡаным хәтерҙә.
Былай ҙа ут кеше, беҙҙән китеп, башҡа сығып алғас, оторо яндырайланып китте үҙе. Ауыҙына саҡ ҡына эләкһә, төн уртаһы тип тормай бисәһен урамға һепереп сығара ла, уныһы өйҙә ни кейеп йөрөһә, шул кейемдә аръяҡта йәшәгән беҙгә йүгереп килә. Ҡыш өҫтөнән эске күлдәктә, ялан аяҡ килеп ингән саҡтары ла булды. Тегеһе уның һайын иҫәрләнә генә. Бер барып инһәм, еңгәнең бөтә кейемен, кәрәк-ярағын ихатаһына сығарып өйгән дә, ут төртөп ебәргән. Әлеге шул сигеүле күлдәген генә алып ҡалып өлгөрҙөм.
Читайте нас: