Семинарҙы башлар алдынан Юрий Мельников һәм Владимир Куликов 20-се мәктәптә һәм «Нур» балалар шифаханаһында булды. 20-се мәктәптә 15 йыл дауамында коррекцион кластар эшләп килә. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн бында кәрәкле шарттар булдырылған. «Нур»ҙа иһә неврологик сирҙәре булған инвалид балалар дауалана.
Ҡала мәҙәниәт һарайының фойеһын-да инвалид балаларҙы тәрбиәләүсе ата-әсәләрҙе белгестәр ҙә ҡабул итте. Улар ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе һәм айырым һорауҙар буйынса кәңәштәрен дә еткерҙе.
Аҙаҡ үткәрелгән «түңәрәк өҫтәл»де Юрий Мельников асты. Ул республика буйынса сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың статистикаһы менән таныштырҙы һәм инвалид балалары булған ғаиләләргә ярҙам саралары тураһында һөйләне. Юрий Михайлович шулай уҡ бындай осрашыуҙарҙың кәрәклеге һәм маҡсаты – ата-әсәләргә файҙа килтерерлек, уларҙың проблемаларын хәл итерлек һөҙөмтәләргә ирешеү икәнлеген билдәләп үтте.
Сарала коммерция булмаған ойошмалар вәкилдәре сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға, уларҙың ата-әсәләренә нисек итеп урындарҙа һәм яҡын-тирә райондарҙа ярҙам итеүҙәре хаҡында ентекле итеп һөйләне һәм мәрхәмәтлек акциялары сиктәрендә йыйған әйберҙәрҙе ҡуйыу өсөн хакимиәттең бина менән ярҙам итеүен һораны. Шулай уҡ «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашҡан бойондороҡһоҙ эксперт ҡаланың «Салауат» кинотеатры алдында инвалид балалар өсөн бер ниндәй ҙә шарттар тыуҙырылмағанлығы хаҡында әйтеп уҙҙы. Владимир Куликов был хатаны төҙәтеү бурысын ҡуйҙы. Стәрлебаштан килгән ата-әсәләр ниндәй ауырлыҡтарға дусар булыуҙарын семинарҙа ҡатнашыусыларҙың күҙ алдына баҫтырҙы. Улар кәрәкле белгестәрҙең булмауына, ул белгестәргә эләгер өсөн мең мәшәҡәттәр менән Өфөгә барыуҙары, инвалид балаға реабилитация үткәреү, уны уҡытыу өсөн күпме ҡаршылыҡтарға осрауҙары, күп осраҡтарҙа инвалид баланың әсә менән генә ҡалыуы (атайҙар йыш ҡына ауырлыҡты күтәреүҙән ҡаса) хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. “Ә һеҙ күҙ алдына баҫтырығыҙ әле инвалид балаһы булған әсәне… Уның тормошо иртәнән кискә тиклем бер үк мәшәҡәттәргә күмелә. Бындай әсәнең үҙенә ярҙам кәрәк була башлай. Аҡылдан яҙырға ла мөмкин бит”, – тине был хаҡта сығыш яһаусы әсә. Уны тыңлағанда күҙҙәргә йәштәр тығылды. Шул саҡ Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәге директоры Зөлфиә Мәсҡолова: «Беҙ Серафимовка балалар йортонда һеҙҙең балаларығыҙҙы алып ҡалып, арыған әсәләрҙе ял иттерергә әҙербеҙ», – тине. Ә Ишембай ҡалаһынан килгән әсәләр, киреһенсә, үҙҙәрендәге ыңғай тәжрибә менән уртаҡлашты. Хакимиәттә проблеманы аңлаған кешеләр ултырһа, бар мәсьәләләрҙе хәл итеп булыуға тағы ла бер миҫал булды ул Ишембай өлгөһө.
Иң бәкәлгә һуҡҡаны – ата-әсәләр өсөн мәғлүмәти материалдар булмауы. Бер кем дә барыһын да белеп тыумай бит. Айырыуса балаһының инвалид булыуын аңлаған әсә көтөлмәгән был хәлдән ҡойолоп төшә. Эргәһендә яҡындары булмаһа, уның һөт-икмәкһеҙ ултырыуы ла ихтимал. Мәрхәмәтлек төшөнсәләре онотола барған заманда йәшәйбеҙ беҙ. Ә бит күршелә генә беҙҙең иғтибарға мохтаж ғаилә йәшәүе ихтимал. Ҡул һуҙырға түбәнһенмәйек, йәмәғәт.
Семинар аҙағында Юрий Михайлович та, бындай осрашыуҙарҙың төп бурысы инвалид балалары булған ата-әсәләрҙе ишетеү, уларҙың проблемаларын хәл итерлек юлдарҙы эҙләп табыу, тип юҡҡа ғына әйтмәне.
1 июлдән Рәсәй Президенты Владимир Путин 2019 йылдың 7 мартында-ғы инвалид балаларҙы һәм бала саҡтан I төркөм инвалидлығы алғандарҙы тәрбиәләүселәргә айлыҡ түләүҙәр тураһындағы Указы көсөнә инде.
Ата-әсәләргә (уллыҡҡа алыусыларға) йәки опекунға (попечителгә) ошо категорияға ҡараған сабыйҙарҙы тәрбиәләгән өсөн түләгән аҡса суммаһы 5 мең 500 һумдан 10 мең һумға тиклем арттырыла.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексә идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, айлыҡ түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләү өсөн ғариза яҙыу талап ителмәй. Июль айында арттырылған айлыҡ түләүҙәрҙе 11800 ата-әсә һәм опекун аласаҡ. Башҡортостанда түләү күләме – 11500 һум тәшкил итәсәк.