Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль 2019, 23:44

СТУДЕНТТАРҘЫ НАРКОТИК ҠУЛЛАНЫУҘА ТИКШЕРЕРГӘ ТӘҠДИМ ИТӘЛӘР

Каннабиноидтар, опиаттар, кокаин, метадон, барбитураттар, фенилалкиламиндар, синтетик катинондар кеүек ҡолаҡҡа ятыш булмаған ошондай наркотик төрҙәре буйынса студенттар араһында химик-токсикологик тикшереүҙәр яһаласаҡ.

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы һөнәри уҡыу учреждениеларында һәм юғары уҡыу йорттарында наркотиктар һәм психотроп матдәләр ҡулланыусыларҙы асыҡлау маҡсаты менән мәжбүри профилактик медицина тикшереүҙәре үткәрергә тәҡдим итә. Был туралағы проект норматив-хоҡуҡи акттар порталында барлыҡҡа килде.
Документта билдәләнгәнсә, башланғыс химик-токсикологик тикшереүҙәр, каннабиноидтар, опиаттар, кокаин, метадон, барбитураттар, фенилалкиламиндар, синтетик катинондар һәм бензодиазепиндарға үткәреләсәк.
Проектҡа ҡушымтала әйтелгәнсә, әгәр профилактик тикшереү яһаған табип,психиатр йәки нарколог уҡыусының наркотик ҡулланыуын асыҡлаһа, уның беренсел тапшырылған химик-токсикологик тикшереүҙәренең һөҙөмтәһенә ҡарап тормайынса, анализдар химик-токсикологик лабораторияларға тапшырыласаҡ.
Читайте нас: