8 июлдә, Рәсәйҙә ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Беренсе тапҡыр рәсәйҙәр был байрамды 2008 йылда – илдә Ғаилә йылы тип иғлан ителгән саҡта билдәләне.
Ғаилә байрамының «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» иҫтәлекле миҙалы ла бар, уны был көндө тапшыралар, һәм үҙенең символы – аҡ сәскә (ромашка). Элек-электән был сәскә мөхәббәт билдәһе булараҡ иҫәпләнә.
Хәҙерге заман йәштәрендә 8 июлдә никахҡа ингәндәр оҙаҡ һәм бәхетле ғүмер кисерәсәк тигән инаныуҙар бар.