Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июль 2019, 18:19

Башҡорт ауылы — «Ауылым минең» төбәк-ара конкурсы призеры

Башҡорт ауылы — «Ауылым минең» төбәк-ара конкурсы призерыКөйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылы «Ауылым минең-2019» төбәк-ара конкурсының «Иң уңышлы үҫешеүсе биләмә» номинацияһында өсөнсө урын яуланы. Унда Нижегород, Киров, Иркутск, Ырымбур, Һамар, Ульяновск өлкәләре, Башҡортостан, Удмуртия республикалары, Красноярск һәм Пермь крайҙары ҡасабалары, ауылдары һәм башҡа муниципаль район биләмәләре ҡатнашты.

«Төбәк-ара конкурста ауылыбыҙҙың призлы урын яулауына мин шатмын. Был йорттарын, ихаталарын төҙөкләндергән, биҙәгән, ауылдаштарымдың дөйөм уңышы. Беҙҙә бик әүҙем, эшһөйәр кешеләр йәшәй. Яҡшы мәктәп, һәйбәт уҡытыусылар коллективы, ижади мәҙәни хеҙмәткәрҙәр, иркен клуб бар. Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы 200-ҙән ашыу кешене эш менән тәьмин итә һәм райондың уңышлы предприятиеларының береһе булып һанала. Күбеһенсә халыҡ ауылда эшләй, йәшәй. Был миңә, коллективҡа һәм морапталдарға ҙур баһа, яҡшыраҡ эшләү һәм йәшәү өсөн этәргес», — тип Яңы Мораптал ауылы башлығы Асҡар Кинжалеев конкурстағы уңышҡа комментарий бирҙе.
Конкурс ауыл тормошоноң сифатын яҡшыртыуға, лидерлыҡты һәм әүҙем гражданлыҡ ҡарашын үҫтереүгә, биләмәләрҙәге ыңғай тәжрибәне киләсәктә таратыу өсөн туплауға йүнәлтелгән ауыл биләмәләрендә йәшәүселәрҙең ижтимағи башланғыстарына булышлыҡ итеүгә өндәлгән, тип «Башинформ» агентлығына район хакимиәтендә һөйләнеләр.
«Яңы Мораптал ауылының еңеүе – алға табай ҙур аҙым. Республика, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа һәм гранттарҙа ҡатнашырға аҙ теләк белдереүебеҙҙә бар мәсьәлә тора. Асҡар Кинжалеевтың эшләнгән эше – ул барыбыҙ өсөн дә ҙур өлгө. Гранттарҙа ҡатнашырға, уларға әҙерләнә һәм уларҙы яҡларға белергә кәрәк. Был эш районға хәрәкәт бирәсәк. Асҡар Исәт улы – афарин! Ҡалған биләмә башлыҡтарына, ижтимағи һәм коммерция ойошмалары етәкселәренә тырышырға кәрәк. Гранттар – урындағы мәсьәләләребеҙҙе хәл итеү өсөн реаль финанс ярҙам ул», — тип билдәләне Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов.
Читайте нас в