Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2019, 17:16

Һыу хаталарҙы ғәфү итмәй!

Һыу хаталарҙы ғәфү итмәй!Республикала һыу инеү миҙгеле башланғандан алып 42 кеше батып үлгән, шуларҙың бишәүһе – балалар... Ошондай бәләгә тарымаҫ өсөн нимә эшләргә һуң? Һыуҙа нисек һаҡланырға? Һыу буйында хәүефһеҙ ял итеү тураһында һөйләүен үтенеп, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит ҒҮМӘРОВҡа мөрәжәғәт иттек.

– Быйыл һыу инеү миҙгеле нисек үтә?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүге көндә үк Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһында 7 йәшлек малай һыуға батҡан. Өлкәндәр һәм балалар менән булған һыуҙағы күңелһеҙ осраҡтар аҙна һайын арта бара.
Июндең бер аҙнаһында ғына һыуҙан 11 кешенең мәйете табылған. Эҫе көндәр үтмәгән, әле йәйҙең уртаһы ғына. Һыуҙағы үлем осраҡтарының күбеһе һыу инеү өсөн махсус әҙерләнгән тәғәйен урын булмауынан килә. Шуның өсөн махсус урындарҙа ғына һыу инергә тырышығыҙ. Быйыл республикала 75 пляж файҙаланыуға тапшырылған. Уларҙы БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты сайтындағы интерактив таҡтанан табырға була.
– Йәй етеү менән күптәр һыу буйына балыҡ тоторға ашыға. Балыҡ тотҡанда хәүефһеҙлек буйынса эштәр нисек тора?
– Миҫал өсөн июндә булған өс ваҡиғаны әйтеп үтер инем. 7 июндә Иглин районындағы Кудеевка ауылы янындағы карьерҙа балыҡ тотҡанда һыуға осоп төшөүсе бер ирҙең үле кәүҙәһе табыла. Ә 8 июндә Илеш районындағы Груздевка ауылынан йыраҡ түгел Ағиҙел йылғаһында балыҡ тотҡанда өс ир кәмә менән түңкәрелә. Уларҙың берәүһен күргән кешеләр тартып сығара, икенсеһен – ҡотҡарыусылар ярға сығара, ә өсөнсөһөнөң кәүҙәһен водолаздар эҙләп таба.
Шулай уҡ 9 июндә Өфө районындағы күлдә балыҡ тотҡанда 9 йәшлек малай ҡармағы менән электр сымдарын эләктерә. Һөҙөмтәлә бала токка һуғылып үлә.
Был күңелһеҙ осраҡтар йыл да ҡабатлана тиерлек. Шунлыҡтан, балыҡ тотҡанда хәүефһеҙлек сараларын онотмағыҙ, ә иң мөһиме, спиртлы эсемлектәр эсеүҙән тыйылығыҙ.
Һыу инеү миҙгелендә бигерәк тә Ағиҙелдә үлеүселәр күп: һәр алтынсы батыусы унда булһа, барлыҡ республика йылғаларына 55 процент батып үлеүсе тура килә. Ә үлеүселәр араһынан 90 проценты – ирҙәр. Былтыр 78 ир-егет, 2 ҡатын-ҡыҙ һәм 6 бала һәләк булған.
– Йәйге осорҙа һыуҙағы кү-ңелһеҙ осраҡтарҙың үҙенсәлек-тәре ниндәй?
– Был тәңгәлдә өс төп үҙенсәлекте билдәләп үтер инем:
– беренсенән, һыу ингәндә үл-гәндәрҙең 80 проценты – иҫеректәр;
– икенсенән, транспорт сара-ларының һыуға батыу осраҡтары бәхетһеҙлеккә алып килә. Мәҫәлән, Краснокама районында Сауыҙ күлендә 3 кешенән торған ғаилә машина менән батып үлә;
– өсөнсөнән, балыҡ тотҡанда, кәмәлә йөҙгәндә үлеү осраҡтары арта. Мәҫәлән, 21 июндә Дүртөйлө районында моторлы кәмәлә йөрөгәндә 10 йәшлек малай һыуға ҡолап төшә һәм башын йәрәхәтләй.
– Һыу инеү осоронда күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү эше нисек ойошторолған?
– Махсус пляждарҙа ҡотҡарыу-сылар бар. Өфөлә улар 17 кешене ҡотҡарып ҡалған.
Көн һайын улар республиканың һыу объекттары буйлап рейдтарға сыға. Рейд барышында “ҡырағай” пляждар асыҡланһа, унда ваҡытлыса ҡотҡарыу постары ҡуйыла. Ирекмәндәр менән бергә һыуҙа хәүефһеҙлек булдырыу өсөн йәмәғәтселек йәлеп ителгән, шул иҫәптән Бөтә Рәсәй ҡотҡарыусылар йәмғиәте лә ярҙам итә. Һыу буйҙарында ял итеүселәргә беренсе ярҙам күрһәтеү ысулдарын, һыуҙа үҙеңде дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләрен өйрәтәбеҙ.
– Һыу ингәндә батмаҫ өсөн үҙеңде нисек тоторға кәрәк?
– Һыу буйында ял итеү өсөн махсус пляжлы урындарҙы һайлағыҙ, тыйылған һәм таныш булмаған урындарҙа һыу инмәгеҙ, тәрәнгә суммағыҙ, ярҙан йыраҡҡа йөҙмәгеҙ, иҫерек килеш һыуға төшмәгеҙ. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: иҫерек килеш һыу инеүселәргә 3 меңдән алып 5 мең һумға тиклем административ штраф ҡаралған.
Иң мөһиме, ата-әсәйҙәрҙе, олатай-өләсәйҙәрҙе балаларҙың үҙҙәрен генә йылға буйына, күлгә, һыу ятҡылыҡтарына ебәрмәүҙәрен үтенәбеҙ. Шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйыл һыуға батҡан биш бала ла һыу буйына ҡараусыһыҙ үҙҙәре генә килгән булған.
Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре ябай ғына, ә уны үтәмәү хаҡы – кеше ғүмере, сөнки һыу хаталарҙы ғәфү итмәй!
Ф. МӨХӘМӘҘУЛЛИНА
әҙерләне.
Читайте нас: