Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2019, 12:04

“Инцидент” ҡармағына” эләккән

“Инцидент” ҡармағына” эләккәнБашҡортостанды Радий Хәбиров етәкләй башлаған мәлдән республикала халыҡты борсоған ҡайһы бер мәсьәләләр, бер нисә сәғәт эсендә үк хәл ителә.

Был йәһәттән социаль селтәрҙәрҙә халыҡтан килгән төрлө мөрәжәғәттәрҙе теркәп барған “Инцидент” системаһы ярҙамға килә. Ул Радий Фәрит улының социаль селтәрҙәрҙәге рәсми сәхифәләренә килгән яҙмаларҙы ла, муниципалитет етәкселәренә булған мөрәжәғәттәрҙе лә “ҡармағына” эләк-терә. Шулай уҡ хакимиәт вәкилдәре комментарийҙарға үҙҙәре лә яуап бирә.
Мәҫәлән, ҡала хакимиәтенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге рәсми сәхифәһендә Төҙөүселәр урамында барған юл эштәренә ҡарата Гөлнара Ачвакова исемле ханым бордюрҙарҙы алыу буйынса дәғүә белдергән. Хакимиәттең төҙөлөш бүлеге начальнигы был хәлде юлды төҙөкләндергәндә бетон юл, бордюрҙар эшкә ҡамасаулай, тип аңлата. Төҙөлөш бөткәс тә, бордюр урынына кире ҡайтасаҡ.
Ә бына Альберт Хоҙайбирҙин “Ғаилә икмәге” продукцияһына ниңә хаҡ арта?” – тип борсола. Ҡала хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары һәм хеҙмәт күрһәтеү бүлеге начальнигы Альбина Кинйәбулатова белдереүенсә, икмәккә хаҡ артыуҙың сәбәбе ҡулланған сырьеның ҡиммәтләнеүенә бәйле.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләләр хаҡында яҙып, шылтыратып тороғоҙ. Һеҙҙең мөрәжәғәт яуапһыҙ ҡалмаҫ.
Э. МӨНИРОВ.
Читайте нас: