Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
18 Июль 2019, 18:31
БЕСӘН САБЫУСЫ СКОРОХОДОВАНЫ ҠЫУЫП ЕТӘ АЛМАҒАНДАР
Башҡортостан вәкиле халыҡ-ара салғысылар ярышында еңеү яуланы. Бесән мәлендәге турнир Свердловск өлкәһенең Әртә ҡасабаһында үтте. VIII Халыҡ-ара салғысылар турнирына Рәсәйҙән һәм Франция, Украина, Словакия, Тажикстан, Әрмәнстан илдәренән 80 кеше бесән сабыу буйынса оҫталығын һынап ҡарарға йыйылған ине.
Ярышта Дыуан районынан Илһам Басиров, Анастасия Скороходова һәм Светлана Серебренникова Башҡортостан исеменән сығыш яһаны. Бесәнселәр бәйгеһендә тиҙлек, сабылған үләндең оҙонлоғо һәм ҡатнашыусының милли кейеменә ҡарап баһаланылар. Ярыш һөҙөмтәһе буйынса барлыҡ күрһәткес буйынса Дыуандан Анастасия Скороходова иң оҫта салғысы тип танылды. Анастасияның фамиляһы ла тиҙ йөрөгәнен күрһәтеп тора, үҙ исемен аҡланы буғай.
Читайте нас:
Подпишись на наш телеграм канал
Телеграм канал газеты "Ашкадар"
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять