Үткән йылдың 22 августында Өфө – Сочи рейсын башҡарған, «Ред Вингс» авиакомпанияһы лайнеры осоп киткәс бер нисә минуттан һул яҡ двигателе янып китеү сәбәпле, Өфө аэропортына ултыра. Салонда 202 пассажир, шул иҫәптән 41 бала була. Уларҙы самолетты ултыртҡандан һуң ете минут эсендә ҡотҡаралар.