Был төркөм хеҙмәткәр дөйөм эшләүселәр һанынан 0,1%-тан да кәм тиелә. Сағыштырыу өсөн, 2,6 млн кеше 33,9 мең – 40 мең арауығында хеҙмәт хаҡын ала. 775 меңләп рәсәйле эшләгәне өсен 11,3 мең һумға тиклем ала.
Ике йылда миллион эшләгән рәсәйлеләр һаны 38%-ҡа артҡан, 2017 йылда уларҙың һаны 6 988 булған. Миллиондан күберәк һум аҡса эшләүселәрҙең уртаса хеҙмәт хаҡы – айына 2,4 млн һум.
Росстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, рәсәйлеләрҙең яртыһы 35 мең һумдан кәмерәк булған хеҙмәт хаҡын ала.