Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2019, 13:49

Иң күп килем ҡайҙа?

Иң күп килем ҡайҙа?Рәсәйҙә иң юғары килем Ямал-Ненец, Ненец һәм Чукотка автономиялы округтарында, ә инде финанс йәһәтенән Тыва, Алтай, Ҡалмыҡстан халҡы барыһынан да аҙыраҡ килемле, шул уҡ ваҡытта хәйерселектә йәшәүсе халыҡтың күбеһе Яҡутстанда, Краснояр крайында һәм Камчаткала теркәлгән. Ә инде иң фәкирҙәр Тывала һәм Ингушетияла, тип билдәләнә “РИА Яңылыҡтар” тикшереүҙәрендә.

Байҙар бараһында рейтингта тәүге юлды Ямал-Ненец биләй, бында килем, башҡаларға ҡа-рағанда, өс тапҡырға күберәк. Икенсе урында Ненец автономиялы округы тора. Был ике округ йәшәү кимәле яғынан башҡаларҙан күпкә айырылып тора.
Тыванан башҡа артта ҡа-лыусылар иҫәбендә Алтай Республикаһы, Ҡалмыҡ Респуб-ликаһы, Ҡарасәй-Черкес, Йәһүд автономиялы өлкәһе, Ҡурған, Марий Эл һәм Ҡырым тора.
Р. ҒАЯЗОВА.
Читайте нас: