Ашҡаҙар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2019, 19:39

Республика делегацияһы «iВолга» форумында һабантуй менән таныштырҙы

«iВолга-2019» йәштәр форумында Башҡортостандың сағыу презентацияһы уҙҙы. Йәштәр һабантуй ойошторҙо һәм төбәктең мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында һөйләне, шулай уҡ һәммәһен дә ысын башҡорт балы менән һыйланы. Ә кисен йәш новаторҙар «Матур» популяр йәштәр төркөмө ҡатнашлығында концерт ҡуйҙы. Төркөм башҡорт телендәге иң дәртле йырҙарын башҡарҙы. Ҡунаҡтар араһында тотош Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтар бар ине. Ошо көндәрҙә йәштәр үҙ проекттарын яҡлап бөттө. Башҡортостандан – фәндең һәм техниканың төрлө өлкәләрендә 115 эш. 29 ғаризаның финалға үткәне билдәле.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «iВолга-2019»-ҙың бүләк фонды 10 миллион һум тәшкил итә. Иң яҡшыларға үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн гранттар, шулай уҡ форум эше йомғаҡтары буйынса лауреаттарға махсус наградалар тапшырыла, улар араһында Байконурға сәфәр, бөтә Рәсәй мәғариф форумдарында ҡатнашыу һәм башҡалар бар. 30 июлдә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡатнашлығында округтың «iВолга-2019» йәштәр форумын ябыу тантанаһы була.
Быйыл Волга буйы федераль округының Йәштәр форумы яңыса уҙҙы. Фестивалдә ун смена эшләй, уларҙың йөкмәткеһе дәүләт йәштәр сәйәсәтенең стратегик йүнәлештәрен сағылдыра: «Киләсәк фәне һәм мәғарифы», «Агрополис», «Һин – эшҡыуар», «PROспорт», «Инфоgram», «Илдең еңеүҙәре – быуындарҙың ғорурлығы», «ХеҙмәтШәп!», «Илдең йәштәр командаһы», «Мәҙәни БУМ!», «iVolga International».
http://www.bashinform.ru/news/1335152-delegatsiya-iz-bashkirii-na-ivolge-prezentovala-sabantuy/
Читайте нас: