Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте һәм эске эштәр министрлығы Татарстандағы инфраструктура объекттарының береһендә терактты яһарға йыйынған ике кешене тотҡандар, әлеге мәлдә ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған. Билдәле булыуынса, теракт яһарға теләүселәр шулай уҡ терроризмды пропагандалағандар һәм башҡаларҙы ла террористик структураларға йәлеп итеү менән шөғөлләнгәндәр.
Ҡулға алыныусыларҙан шартлатыу матдаләре һәм шартлатҡыс ҡорамалдарының яһалмай өлөштәрен тартып алғандар. Әлеге мәлдә оператив саралар һәм тәфтишсе тикшереүе алып барыла.
Күптән түгел генә Генераль прокуратура коллегияһында генпрокурорҙың беренсе урынбаҫары Александр Буксман хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан йылдың тәүге ярты йыллығы эсендә 17 террористик акт кисектерелеүе тураһында хәбәр иткән ине.