Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Август 2019, 19:15

Рәсәйҙең иң яҡшы янғын һүндереүсеһе Башҡортостанда йәшәй

Башҡортостандан Илдар Мостафин «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы федераль этабының «Иң яҡшы янғын һүндереүсе» номинацияһында еңеү яуланы. Ҡотҡарыусы 14 төбәктең вәкилдәрен артта ҡалдырҙы, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Икенсе урынды — Ямал-Ненец автономиялы округынан Сослан Багаев, өсөнсөнө Әстерхән өлкәһенән Әхәт Сарсенов алды.
Янғын һүндереүселәр ике көн дауамында физик әҙерлек буйынса нормативтар тапшырҙы, граждандар оборонаһы, техник, медицина һәм психологик әҙерлек буйынса теоретик һорауҙарға яуап бирҙе, янғын-строй әҙерлеген белеүҙә ярышты.
http://www.bashinform.ru/news/1336432-luchshiy-pozharnyy-rossii-rabotaet-v-bashkortostane-/
Читайте нас: