Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2019, 00:45

«Беҙ йәшәү рәүешен формалаштырабыҙ» - «Айыҡ ауыл» республика проектын ойоштороусылар

«Беҙ йәшәү рәүешен формалаштырабыҙ. Беҙ матур, төҙөк ауылдар, позитив әүҙемлек яҡлы», — тип белдерҙе «Айыҡ ауыл» проекты тураһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова. Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» республика республика конкурсы дауам итә. «Башинформ» агентлығының конференциялар залында кураторҙар һәм ойоштороусылар уның үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.

«Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы алып барған эш һәм ауылдарҙағы әүҙемлек һөҙөмтәһендә Башҡортостандың контрафакт менән көрәштә алдынғы урындарҙа булыуын күрәбеҙ. Ярты йылда 250 мең литр самаһы ялған алкоголь тартып алынған. Беҙҙә йәмәғәтселек әүҙемлек күрһәтә, беҙҙең проект ошо әүҙемлекте хуплауға йүнәлтелгән», — тип билдәләне Эльвира Айытҡолова.
Конкурс барышында алкоголь һәм тәмәке ҡулланыуҙы пропагандалауҙы туҡтатыуға һәм ҡануни яҡтан тыйыуға йүнәлтелгән аңлатыу эштәре алып барыу, кешеләрҙе хәмер, тәмәке ҡоллоғонан һәм башҡа наркотик бәйлелектән азат итеүҙә практик ярҙам күрһәтеү, шулай уҡ һауыҡтырыу мәсьәләләре буйынса курстар, конференциялар, форумдар ойоштороу күҙаллана.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә мәсьәләләре буйынса комиссияһы кураторы Сәлиә Мырҙабаева күңелһеҙ статистика менән таныштырҙы.
«Республика масштабында сирҙәрҙе һәм үлемде анализлағас, ауыл ерендә үлем осраҡтарының ҡалаларға ҡарағанда күпкә юғарыраҡ булыуы асыҡланған, айырыуса ир-егеттәр, эшкә һәләтле йәштәгеләр араһында. Шуға күрә ойоштороу комитеты ҡарары менән тәү сиратта муниципаль райондар алынған», — тине спикер.
«Айыҡ ауыл» конкурсы муниципаль райондарҙың ауыл биләмәләре араһында уҙғарыла. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев конкурс барышындағы махсус акциялар, рейдтар тураһында һөйләне.
«Конкурс ваҡытында спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һатыу нөктәләрен асыҡлау һәм иҫкәртеү өсөн ауылдар, райондар буйлап рейдтар үткәрелә. Рейдтарҙа участковыйҙар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау саралары, шул иҫәптән халыҡ йыйылыштары хуплана», — тине Искәндәр Юлдашев.
«Айыҡ ауыл» конкурсының район этабына ғаризалар 15 авгусҡаса дауам итә. «Райондың айыҡ ауылы» исеменә дәғүә итеүселәр эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса саралар уҙғарырға, аңлатыу эштәре алып барырға тейеш.
Икенсеһе — конкурстың республика этабы 2019 йылдың 1 сентябренән муниципаль райондар еңеүселәре араһында үткәрелә. Сараға йомғаҡ 30 ноябргә тиклем яһала, тип хәбәр итте ойоштороусылар.
Конкурстың республика этабына ғаризалар ҡабул итеү 1 декабрҙә башлана.
Быйыл ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙы әүҙемлек күрһәтеүҙәре, киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙә мәғлүмәт таратыуҙары буйынса ла баһалай. Социаль селтәрҙә айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән материалдарҙы баҫтырып сығарғанда #Трезвоесело2019 йәки #Айыҡауыл2019 хештегтарын файҙаланырға, Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәһен һәм муниципаль райондың исемен яҙырға кәрәк.
Конкурс еңеүселәренә Башҡортостан Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата бүләк тапшырыла:
беренсе урын — 500 мең һум;
икенсе урын — 250 мең һум;
өсөнсө урын — 150 мең һум.
Конкурсты ойоштороусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, муниципаль райондарҙың хакимиәттәре, ғаилә һәм хеҙмәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Бәйгенең шарттары менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтында танышырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1336242-my-formiruem-obraz-zhizni-organizatory-respublikanskogo-proekta-trezvoe-selo/
Читайте нас: