Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 17:21

"Ашығыс ярҙам"ға юл бир!

6 августа Рәсәйҙә юлда "ашығыс ярҙам" машиналарын үткәрмәгән һәм табиптарҙың эшенә ҡаршылыҡ тыуҙырған өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү тураһында закондар үҙ көсөнә инде.

Штрафтар биш мең һумға тиклем арттырылды. Законды боҙған өсөн өс айҙан бер йылға ҡәҙәр таныҡлыҡтан мәхрүм итеү ҙә күҙаллана.
Элек тиҙ ярҙам машинаһына юл биреүҙән баш тартҡан өсөн 500 һумғаса штраф йәки өс айға тиклем таныҡлыҡтан мәхрүм итеү ҡаралғайны.
Шулай уҡ Енәйәт кодексына тағы бер норма индерелә, уға ярашлы медицина хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегенә ҡамасаулау сәбәпле пациенттың һаулығына ауыр зыян килтерелгән осраҡта ғәйепле водитель ике йылға тиклем иректән мәхрүм ителә, ике йылғаса мәжбүри эштәргә ҡушыла йәки уға 80 мең һумғаса штраф һалына. Әгәр ошондай ғәмәлдәр пациенттың үлеменә килтерһә, уларға дүрт йылғаса төрмә янай.
Дүрт-биш мең һумлыҡ штраф табиптарҙың эшенә ҡамасаулау пациенттың һаулығында сағылыш тапмаған осраҡта ҡулланыла.
Читайте нас в