Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 12:53

БӨРКӨТТӘРҘӘН БЕЙЕГЕРӘК ОСАЛАР

Стәрлетамаҡта зәңгәр болоттар бейеклеген үҙ иткән егеттәр күп, улар һәр йылдағыса байрамдарында ҡала урамдары буйлап гөрләп йөрөнө, митингыла, сәскә һалыуҙа, спорт ярыштарында ҡатнашты. Был көндө “Һауа десанты”, “ҡанатлы гвардия”, “зәңгәр береттар” тигән һүҙҙәр яңғырап торҙо.

Һауа десанты ғәскәрҙәре барлыҡҡа килеүгә быйыл – 89 йыл, был ваҡыт эсендә унда хеҙмәт иткән ир-егеттәр бөтә донъяға үҙҙәрен дошман йөрәгенә үтеп инерҙәй хәнйәр итеп танытты. Зәңгәр берет, десант телняшкаһы – ҡурҡыу белмәү һәм йәшен тиҙлегендә ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәүсе көстө генә түгел, сафлыҡ һәм иреклек тә билдәләре. Байрам да иркен һәм киң масштабта үтте, хәрби дуҫтар иң тәүҙә яугир-интернационалист таҡтаташы эргәһендә йыйылды. Митингыла ҡатнашып, аралашып, таныш белештәрен һорашып, хеҙмәт юлдарын иҫкә алғандан һуң, стелаға сәскә һалды, хеҙмәттәштәренең ҡәберенә зыярат ҡылды. Егеттәрҙе ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев, Стәрлетамаҡ районы һәм ҡала хәрби комиссариатынан майор Константин Герасименков, Стәрлетамаҡ һауа десанты ғәскәрҙәре ветерандары союзы рәйесе, ҡала Советы депутаты Фәнүр Дәүләтбаев һәм Афғанстан ветерандары союзы рәйесе Сергей Балмасов ҡотланы.
– Һауа десанты ғәскәрҙәре Рәсәй армияһының ғорурлығы булып тора. Һеҙ – хәрби сафта ғына түгел, ябай тормошта ла һәр саҡ алғы һыҙыҡта. Йәмәғәтселек эштәренә лә үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ, – тине Михаил Васильевич.
Десантсылар көнө спортһыҙ үтәме һуң? “Содовик” майҙанында футбол уйнау, бассейнда йөҙөү кеүек спорт ярыштары һәм хәрби хеҙмәт үтеүселәргә таныш булған күнегеүҙәр: сәпкә бысаҡ, сапер көрәген бәреп тигеҙеү, пневматик ҡоралдан атыу ойошторолдо. Ә кисен байрам Ырымбурҙан саҡырылған “Контингент” төркөмө сығышы менән тамамланды.
Читайте нас: