Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 13:15

Яҡшы клиенттар ғына осрап торһон

Күптән түгел ҡала хакимиәтендә сауҙа өлкәһендә эшләүсе иң уңғандарҙы билдәләп үттеләр.

Йылдан-йыл ҡалала сауҙа нөктәләре артып тора, уның менән йәмғиәт ҡуйған юғары талаптар ҙә үтәлә. Һәр кеше көн дә тиерлек баҙар, магазиндар буйлап йөрөй, йә булмаһа, ниндәй ҙә булһа хеҙмәтләндереү ала, эшләнгән эш, күрһәтелгән хеҙмәт, тауар менән ҡәнәғәт ҡала, сифатлы тауар һатып алыуҙа үҙенең хоҡуҡтарының гарантияларын тоя. Әлбиттә, сауҙала ла, башҡа өлкәләге һымаҡ, үҙ өлгөрҙәре бар, тап ошондай кешеләрҙе бүләкләү тантанаһына саҡырғандар ине лә. “Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ ярҙамында ҡулланыу баҙары үҫә, хеҙмәт күрһәтеү мәҙәниәте арта. Аяғөҫтө баҫып тороп сауҙа итеү еңелдән түгел, шуға һаулыҡ һәм дәрт теләйем. Эшегеҙҙә һәр ваҡыт яҡшы күңелле һәм итәғәтле клиенттар осрап торһон”, – тигән һүҙҙәр ҙә яңғыраны тәбрикләү мәлендә
Наградалар иң яҡшы һәм күп йылдар ошо өлкәлә эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә тапшырылды. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы “Каучук” сауҙа үҙәгенең фирма магазины директоры Тотрбек Хосиевҡа юбилей миҙалы тапшырылды. Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығынан маҡтау ҡағыҙы “Продекс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бухгалтер-операционисы Алина Кәримоваға бирелде. Шулай уҡ БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан, ҡала округы Советы һәм ҡала хакимиәте исеменән маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.
Читайте нас в