Картаны Рәсәй почтаһында, Һаҡлыҡ банкында, «Байрам», «Ярмарка» сауҙа нөктәләрендә 50 һумға һатып алып була. Фотолағы карта – “Стерх” мага-зинынан.“Һаҡлыҡ банкы”ның Стәрлетамаҡтағы 13 офисы ла картаны тулыландырыу хеҙмәтен күрһәтә. Уға түләү терминалдарында һәм “Һаҡлыҡ банкы Онлайн” ҡушымтаһында ла аҡса һалырға була. Автоматик түләү тоташтырырға мөмкин. Картанан аҡсаны күсерер алдынан хужаһына түләүҙең суммаһы яҙылған SMS-хәбәр килә. Кәрәк икән, 900 номерына түләүҙең кодын ебәреп, операциянан баш тартырға ярай. Транспорт картаһын “Рәсәй почтаһы” бүлексәләрендә лә тулыландырырға мөмкин.