Юрий Юлианович әсәһе менән бәхилләшергә тип Өфөгә ҡайтып еткән. Фәниә Әкрәм ҡыҙы Гәрәева-Шевчук 1925 йылдың 20 майында тыуған. Күп йылдар БДПИ-ла уҡыта. «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы, «Почетлы полярник» знагы менән бүләкләнгән. Мәрхүмәнең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.