Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Август 2019, 10:53

БАР УРАЛҒА ДАНЫ ТАРАЛҒАН

“УралСтройГрупп” компанияһы эшен еренә еткереп башҡара ... Биш-алты йыл эсендә ниндәй эштәр ҡыйратып була? Кемгәлер был ваҡыт бик күп ғүмер, кемгәлер етмәй ҙә ҡала. Ә бына ошо ваҡыт арауығында ҡалала ғына түгел, даны төбәктән ситтә лә тарала барған “УралСтройГрупп” төҙөлөш компанияһы етәкселәре Ратмир һәм Камил ФӘХРИЕВтар ойошма булдырып, уны аяҡҡа баҫтырып өлгөрә.

Ундай ваҡыт эсендә компанияны әлеге кимәлгә еткереүе еңелдән түгел. Тырышлыҡ та, ныҡышмалыҡ та, уңғанлыҡ та, һөнәр оҫтаһы булыуы ла кәрәктер. Бит ҡасандыр бер бригада булдырып, шәхси йорттарға ҡыйыҡ ябыуҙан башлаған “УралСтройГрупп” хәҙер ҡалала һәм унан ситтә бихисап күп ҡатлы йорттарҙың подъезын ремонтлай, ҡыйығын алмаштыра, шәхси йорттар төҙөй һәм йорт эсендә ремонттар яһай. 100-ҙән ашыу кеше эш урыны тапҡан. Иң мөһиме, компанияны намыҫлы подрядсы тип беләләр.

– Биш кенә түгел, бер ике йылда ла ҙур майҙанда эш йәйелдереп ебәргәндәр бар. Әммә эш ваҡытта түгел, беҙ төҙөлөш компанияһын яйлап, аҙымлап тиерлек төҙөнөк, – ти үҫештәре хаҡында компания директоры Ратмир Камил улы. – Эште еренә еткереп башҡарырға тырышабыҙ, аҙаҡ һүҙ булып тормаһын – беҙгә шуныһы ла мөһим.

Ысынлап та, һалым инспекцияһына барып, эшҡыуар булып теркәлеп, буй етмәҫлек заказдар алырға булалыр, әммә ул заказды үтәй белергә лә кәрәк бит. Шуға ашыҡмай, эштәрен тәфсирләп башҡара компания. Ҡат-ҡат төҙәтеп йөрөмәгәс, объекттар ваҡытында тапшырыла!

Бер-ике йыл тигәндән, тиҙ генә байырға хыялланыусылар бар арала. Ғәҙәттә, ундайҙарҙың эше туҡталып ҡала һәм әлегеләй намыҫһыҙҙарҙың да заказдарын, килешеүҙәрҙе өҙөп, “УралСтройГрупп”ҡа бирәләләр икән.

– Эш күп, башҡарып ҡына өлгөр, – тиҙәр әлеге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә. Кемгәлер ремонт һәм төҙөлөш заказдарын тапшырырға ышанмаған мәлдә эшең күп булыуына ҡыуанырға ғына ҡалалыр.

Эйе, ҡаланың ышанысын аҡлап килә “УралСтройГрупп”. Был хаҡта күптән түгел Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та әйтеп үтте. Радий Фәрит улы Стәрлетамаҡҡа сираттағы эш сәфәре менән килгәндә Артем урамында урынлашҡан йорттарҙың береһендә подъездарҙы ремонтлау программаһы нигеҙендә башҡарылған ремонт барышын ҡарап: “Һеҙҙең һымаҡ намыҫлы компанияларға эште ышанып тапшырырға була, ремонтты халыҡ ҡәнәғәт булырлыҡ итеп эшләргә кәрәк”, – тине. Компанияның стеналары бихисап рәхмәт хаттары, дипломдар менән биҙәлгән. Йәнә ҡыҫҡа ғына ваҡытта ул тиклем маҡтау ҡағыҙы алыуҙары һоҡландырғыс, әммә эште төбәк етәксеһе үҙе, халыҡ яҡшы баһалай икән, тимәк, егеттәр ысынлап та, дөрөҫ юлда!

...Шуның менән дә дөрөҫ юлда улар – компания бихисап социаль проекттарҙың бағыусыһы булып тора. Етем балаларға ярҙам итһендәрме, тыуған ауылдарында (Ишембай районы Әрмет-Рәхим ауылында) 200 мең һумға торошло балалар майҙансығы булдырһындармы, ауылдаштарын билдәле йырсыларҙың концерттары менән шатландырһындармы, “Ашҡаҙар” гәзитенә яҙылыусылар араһында уйнатырға шәп бүләктәр менән тәьмин итһендәрме... – барыһына ла өлгөрә Фәхриевтар! Тик шуныһы үкенесле... Ошо көндәрҙә “УралСтройГрупп” ҙур юғалтыу кисергән – компанияның баш инженеры, нигеҙ һалыусыһы, бар ғүмерен төҙөлөш өлкәһенә арнаусы Камил Әбделхай улы гүр эйәһе булған. Фәхриевтарға, компания коллективына инде артабан юғалтыуҙарһыҙ эшләргә, йәшәргә яҙһын.
Читайте нас: