Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин быны хәҙер отпускылар мәле булыуы һәм тар йүнәлешле белгестәргә ҡытлыҡтың нығыраҡ һиҙелә башлауы менән аңлатты. Шуға ҡарамаҫтан, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республика дауаханалары табиптарын район медицина учреждениеларына «күсереү» тәжрибәһен ҡуллана.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров алдағы айҙа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында логистиканы ойоштороуға ентекле анализ әҙерләргә һәм шуның нигеҙендә хакимиәт башлыҡтары, баш табиптар менән һәр мәсьәләне тикшереү өсөн насар ун биләмәне билдәләргә ҡушты.
«Эшебеҙҙе еренә еткереп ойошторорға тейешбеҙ, табип саҡыртыуҙан, ҡабул итеүгә яҙылыуҙан башлап», — тине республика етәксеһе.