Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2019, 14:57

Бурыс – яман шеш һымаҡ...

Бурыс – яман шеш һымаҡ...Башҡортостанда суд приставтары йыл башынан алып капиталь ремонт өсөн бурыслыларҙан 97 миллион һум бурысын түләткән. Һәр милексе ай һайын капиталь ремонт өсөн квитанция алып бара. Шулай ҙа ваҡытында түләп барырға кәрәклеген һәр кем дә аңламай. Ошо арҡала үҙҙәренә проблема тыуҙыралар.

Белешмә: Күп фатирлы йорттарҙағы барлыҡ биналарҙың милекселәре лә дөйөм милекте капиталь ремонтлауға ай һайын хаҡ түләп барырға тейеш – РФ Торлаҡ кодексы талаптары шундай.
Бурыс барлыҡҡа килгән осраҡта, суд бурысты түләтеү тураһында ҡарар сығара. Әгәр граждан артабан да үҙ теләге менән аҡса күсерергә баш тартһа, суд приставы башҡарыу производствоһы (эше) ҡуҙғатылған көндән алып 5 көн үткәс тә түләнергә тейешле сумманың 7 проценты күләмендә башҡарма йыйым тураһында ҡарар сығара. Бурыстар һәм өҫтәмә суд сығымдары бурыслының банк картаһынан автоматик рәүештә алына.
Был категория башҡарыу эштәре сиктәрендә суд приставтары шулай уҡ РФ территорияһынан ситкә сығыуҙы сикләү, милеккә арест һалыу кеүек мәжбүри саралар ҡуллана. Йыл башынан бирле республикала бурысын түләмәүселәрҙең милкенә 3,5 миллион һум күләмендә арест һалынған. 406 бурыслы сит илгә ял итергә сыға алмай. Улар – бирәсәге 30 мең һумдан артып киткән кешеләр.
Йыл башынан капиталь ремонт өсөн иғәнәләрен түләү буйынса бурыслыларға ҡарата 21713 башҡарыу эше ҡуҙғатылған һәм мәжбүри рәүештә 97 миллион һум түләтелгән. Бурыстарҙың 220,8 миллион һумы ябай халыҡҡа тура килә, ҡалған миллион һум – юридик ойошмаларға.
Капиталь ремонт өсөн бурысҡа батыусылар араһында етеш йәшәүселәр ҙә осрай. Бер эшҡыуар ҡатындың ике йыл ярым түләмәгәнлеге арҡаһында 130 мең һум бурысы йыйылып киткән. БР Капиталь ремонт төбәк операторы судҡа мөрәжәғәт иткән. Башҡарыу ҡағыҙы килгәс, суд приставы эшҡыуарҙың транспорт саралары эшен теркәүҙе тыйғас ҡына, ҡатын, мөлкәтенән ҡолаҡ ҡағыуҙан ҡурҡышынан, бурысын тулыһынса ҡаплаған. Хатта аҙ ғына бурысың булған хәлдә лә түләп барғаның хәйерлерәк. Юғиһә, ул яман шеш һымаҡ, ваҡыт үткән һайын ҙурая ғына бара. Күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн үҙегеҙҙең бурысығыҙ юҡмы икәнлеген Төбәк операторы идаралығының https: 02.fssprus.ru рәсми сайтында “Банк данных исполнительных производств” сервисы аша тикшерергә була. Шулай уҡ Төбәк операторы сайтында “Үҙ бурысыңды табырға” http: kapremont02.ru/find-a-home эҙләү системаһы эшләй, унда урам һәм йорт һанын табып, айлыҡ түләү һәм бурыстар тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин.
Р. УСМАНОВА әҙерләне.
Читайте нас: