Әйберҙәр социаль приюттарҙа, балалар йорттарында, шулай уҡ Ғаиләгә һәм балаға социаль ярҙам күрһәтеү район-ара үҙәктәрендә ҡабул ителә. Ошондай учреждениелар әлегә 8 урында эшләй. Улар Балаҡатай, Тәтешле, Белорет, Дүртөйлө, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондарында, Сибай һәм Октябрский ҡалаларында асылды. Былтыр “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы барышында 7 миллион һумға төрлө әйберҙәр, кәрәк-яраҡтар тупланды.