Мин уны яҡшылыҡ менән айныта алманым
– Нисек әйтергә лә белмәйем. Бер ай элек “Красноусол” шифаханаһында ҡатыны үлгән бер ир менән танышҡайным. Ипле генә күренде. Фәрит Бикбулатовҡа оҡшаттым да ғашиҡ булдым да ҡуйҙым. Үкенескә ҡаршы, танышып ҡына ҡалманыҡ, уның ауылына барып буш торған йортонда мунса яғып индек. Ҡушылып өлгөрҙөк. Бергә йәшәп китергә лә күп ҡалмағайны, был яйлап ҡына юғала башланы. Эшенән дә китте. Әхирәтемдең ире лә шул ойошмала байтаҡ эшләгәнгә күрә: “Фәлән кешене беләһегеҙме, ниндәйерәк әҙәм ул?” – тип һорағайным, “Беләм, ул – алкоголик, йыл ярым эшкә сыҡмай эсеп ятты, үҙе телгә оҫта, матур һөйләй белә”, – тип яуаплағайны, саҡ йығылып китмәнем, – тип һөйләп китте үҙ зарын яңы танышым Резида (исеме шулай булһын). – Мин ул ирҙе яҡшылыҡ менән айныта алманым инде, ҡалғандарға фәһем булһын ине”, – тип тә өҫтәп ҡуйҙы ул, көрһөнөп.
Мин уға Курчатов урамындағы 14-се йортта көн һайын осрашыу үткәргән “Аноним алкоголиктар” менән һөйләшеп ҡарарға кәңәш иттем. Ул: “Тәүәккәлләп, барып ҡарармын һуң”, – тигәйне. Файҙаһы тейһен ине лә бит...
90-сы йылдарҙа кәрәк инегеҙ ҙә бит!
Әйткәндәй, эскелектән ҡотолорға ярҙам иткән “Аноним алкоголиктар” менән 20 йәштән 30 йәшкә тиклем даими эскән Илгиз (хәҙер уның эсеүен ташлауға 10 йыл) эш итә. Ул үҙе эшҡыуар. Шундай проблемалары булған кешеләр, уларҙың туғандары, яҡындары менән осрашып, аңлатыу эштәре алып бара. Араларында бер-ике йыл эсмәүселәр ҙә, ике аҙна ғына “төшөрмәүселәр” ҙә бар. Тышҡы ҡиәфәттәренә ҡарап, уларҙың эскесе булыуын самалауы ла ҡыйын. Журналист булараҡ бер осрашыуға барғанда мин уларҙың һәр береһен тыңлап ултырҙым да, “Эх, эскелек менән көрәшеүсе бындай алымдар ниңә араҡыны талонға биргән 90-сы йылдарҙа булманы икән?” – тип уйлап ҡуйҙым. Сөнки ҡалабыҙҙың байтаҡ ойошмаларында эшләп, төрлө төбәктәргә командировкаларға ебәрелгән бынамын тигән башҡорт-татар егеттәре эскелек упҡынына батып, ҡайныһы аҫылынып, икенселәре йөрәк өйәнәгенән үлеп бөттө бит! Күршеләр, таныштар, туғандар... Фәнүр, Марат, Рәйес, Фирзәт, Айҙар, Фәнис… – былары күҙ алдындағылары ғына, ә йөҙәрләгән ҡалғандары?..
Элек бер мәл үҙәк радионан бер тапшырыуҙы йотлоғоп тыңлағайным. “Яҡындары эскеселәрҙе йәлләп ашатмаһа, бер яртылыҡ аҡса бирмәһә, улар үҙ тамаҡтарын үҙҙәре туйҙырырға мәжбүр булһа ғына эсеүҙәрен ташлауҙары ихтимал”, – тинеләр ул тапшырыуҙа. Ә беҙ нисек? Эскән ирен ҡатыны ашата, эскән улын әсәһе ҡарай… Ә беҙ йәлләйбеҙ... Бәлки, башҡа фекерҙәр булыр?
Кешенән йәшереп һөйә торғас,
Көпә-көндөҙ мин дә ҡараҡ булам.
Эй эскән ир, эй меҫкен ир, эсмәһәм дә
Мин дә һинең менән харап булам.