Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2019, 16:00

25 йәшең тулмаған, кредит бирмәйбеҙ

25 йәшең тулмаған, кредит бирмәйбеҙРәсәйҙә 25 йәше тулмағандарға кредит биреүҙе сикләргә тәҡдим итәләр. Закон ҡабул итеүселәр фекеренсә, йәштәр артыҡ кәрәк булмаған әйберҙәр һатып алыу өсөн дә кредит менән файҙалана.

25-те уҙмаған граждандарға кредит тик торлаҡ һәм белем алыу өсөн ҡулланғанда ғына бирергә кәрәк. Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведевҡа ошондай мөрәжәғәт менән Ленинград өлкәһе депутаты Владимир Петров сыҡҡан.
Депутат фекеренсә, йәш кешеләр ул тиклем кәрәкле булмаған әйберҙәр, мәҫәлән, модала булған гаджеттар, сит илдә ял итеү, ҡиммәтле автомобилдәр өсөн кредиттар менән файҙалана. Был ҡулланыусының беренсе маҡсаттарына тура килмәй.
35 йәшкә тиклемге рәсәйлеләрҙең яртыһының банктарҙа кредиттары бар, тип билдәләй Петров. “Был өлкәлә килеп сыҡҡан тотҡарлыҡтар никах, бала табыу һәм беҙҙең киләсәккә инвестициялар институтын үҫтереүгә ярҙам итеү өлөшөндә дәүләт мәнфәғәттәренә кире йоғонто яһай”, – тип әйтелә депутаттың Медведевҡа мөрәжәғәте тексында.
Тәҡдим ителгән саралар йәштәрҙең финанс сәләмәтлеге өсөн уңайлы йоғонто яһарға тейеш тип һанай депутат. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Э. ҒАЙСАРОВ.
Читайте нас: