Чиновник фекеренсә, сүп-сарҙы сорттарға айырыу өсөн тәүҙә инфраструктура булдырырға кәрәк. Октябрьскийҙа был технология әүҙем индерелә, бынан тыш, Октябрьский Рәсәйҙең сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн уңайлы ҡалалары исемлегендә дүртенсе урынды биләй, тип билдәләне ул. 2018 йылда «Гринпис» белгестәре илдең 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән 160 ҡалаһындағы эшмәкәрлекте анализлаған. Беренселә — Мытищи, икенселә — Әлмәт, өсөнсөлә — Волжский, бишенселә — Саранск.
Министр урынбаҫары ла сүп-сар яндырған заводтар асыуҙы хупланы. Уның һүҙҙәренсә, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәре ошондай проекттарҙы ғәмәлгә ашыра башлаған, тейешле тикшеренеүҙәр һәм экспертизалар үткәргән.
«Бындай заводтарға инвестициялар күләме бер нисә миллиард һум, өҫтәүенә сүп-сар яндырыуға тарифтың юғары булыуы мөмкин. Беҙ халыҡҡа ошо хеҙмәт өсөн күпме түләргә кәрәклеген аңлайбыҙ. Сығарғанда заводтар ресурстар, мәҫәлән, электр энергияһын биреүе ихтимал. Электр энергияһына түбән хаҡтар булған саҡта, бындай проект аҙ килемле. Өҫтәүенә ул сүп-сар реформаһы мәсьәләһен хәл итергә һәм беҙҙә булған сүплектәрҙе юҡ итергә мөмкин», — тине Нияз Фазылов.
http://www.bashinform.ru/news/1353278-v-ufimskom-rayone-bashkirii-mozhet-poyavitsya-musoropererabatyvayushchiy-zavod/