Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2019, 11:35

Ниһайәт, фатирлы булалар

Ниһайәт, фатирлы булаларОктябрь аҙағында “Миловка паркы” торлаҡ комплексының 390 алданған өлөшсөһө фатирлы буласаҡ.

Башҡортостан Хөкүмәтенең “Төҙөлөш сәғәтендә” форматында үткән кәңәшмә барышында Башҡортостандың төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Марат Әхмәҙуллин һүҙҙәренсә, “Миловка паркы” комплексында айырым алты йорт һалына. “Йәштәр” комплексы тип аталған был урында 391 фатир һатып алыусыға торлаҡ тапшырыласаҡ. Дүрт йорт әлеге мәлдә төҙөлөп бөтөп бара. Ҡалған ике йортта 2-3 аҙна самаһы эшләйһе эштәр бар.
Был фатирҙарҙың асҡыстары тапшырылғас, комплекста тағы ла 840 алданған өлөшсө ҡала. Улар һаман да үҙҙәренең фатирҙары буласағына өмөт итеп көтә.
Финанслау банкрот булып танылған төҙөүселәр яуаплылығын көйләү фонды аша алып барыла. Программаға инеү өсөн дүрт талап үтәргә кәрәк.
Әйткәндәй, Радий Хәбировтың “сентябрь указы”на ярашлы, 2025 йылға тиклем республикала “алданған өлөшсөләр” проблемаһы тулыһынса хәл ителергә тейеш.
Э. МӨНИРОВ.
Читайте нас: