Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2019, 17:35

Октябрҙән балконда тәмәке тартыу тыйыла

Октябрҙән балконда тәмәке тартыу тыйылаРәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 1 октябрҙән торлаҡ йорт балкондары һәм лоджияларҙа тәмәке тартыуҙы тыйыуҙы раҫланы. Сара ил Хөкүмәтенең "Рәсәйҙә янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы ҡарарына нигеҙләнә. Яңы нормалар буйынса, балкондар, лоджиялар, торлаҡ йорттар, ятаҡтар һәм ҡунаҡханалар бүлмәләрендә асыҡ ут менән файҙаланыу тыйыла.

Бынан тыш, кинотеатрҙарҙа сеанс алдынан янғын осраҡтарында үтәлергә тейешле саралар тураһында сюжеттар күрһәтеләсәк. Документ шулай уҡ кибеттәрҙә тауар бушатыу юлдарының һатып алыусыларға тәғәйенләнгән эвакуациялау юлдары менән киҫелешмәүен талап итә.
Үҙгәрештәр дауаханаларға ла ҡағыла. Яңы талаптарға ярашлы, ауыр хәлдәге пациенттар һәм балалар башлыса беренсе ҡаттарҙа урынлаштырыласаҡ.
Р. Вәлиева фотоһы.
Читайте нас: