Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь 2019, 15:13

Ҡарт алашаның абынып киткәне

Ҡарт алашаның абынып киткәнеОлораҡ йәштәге бер танышым яңғыҙ ҡатын менән ғаилә ҡорҙо. Аҙна-ун көн самаһы ваҡыт уҙғас, ҡатын, үҙенең торлағы булыуына ҡарамаҫтан, иргә: “Фатирыңды минең исемгә яҙҙырмайһыңмы ни?” – тип әйтә башланы. Әгәр ҙә ир үҙ фатирын уның исеменә яҙҙырмаһа, ҡатын уның менән бергә йәшәү-йәшәмәүгә лә һорау ҡуйҙы.

Ошондайыраҡ хәлдәр килеп тыуып, берәүҙәр бөтөнләй урамда тороп ҡалған осраҡтар ҙа аҙ түгел бит. Һуңғы ваҡытта ҡайһы бер ирҙәрҙең үҙ-үҙенә яуапһыҙ ҡарашы – йыш күренеш. Атай- әсәй ҡанаты аҫтында етеш һәм тыныс тормошта үҫеп, атай-әсәй әйткәндәренә ҡолаҡ та һалмайынса, был беҙҙең заман, үҙебеҙ беләбеҙ, тигән фекер менән, йомортҡаһын сиртеп, һуңынан нимә булырын да белмәйенсә сығып йүгерәләр. Хатта бындай ғәҙәтте үҙҙәре ҡартайғансы ҡыуалар йәки тормоштоң ҡанундарын инҡар итәләр.
...Эйе, кемдер өйөн юғалта, кемдер – үҙен тигәндәй, үҙҙәренең яҙмышын селпәрәмә килтереүселәр ҙә аҙ түгел. Ҡайһы бер йәш ҡатындар үҙҙәре лә, хәҙер модала – оло йәштәге ирҙәр, тигән фекер менән әлеге лә баяғы шул байлыҡҡа ҡыҙығып, үҙҙәренең сәскә кеүек ғүмерен бер ҡыҙғаныс яҙмышҡа әйләндергәндәрен һиҙмәй ҡалалар. Йәш ҡатын эҙләгән ҡарт ир кеүек, оло йәштәге ир эҙләүсе ҡатындар бөгөн күп, минеңсә. Әлбиттә, ғаилә һәм тормош ҡиммәттәре тураһында бер ни ҙә һөйләмәгән, тик аҡсаға ғына ҡайтып ҡалған осраҡ йәш кеше өсөн дә бер, ҡарт өсөн дә. Бындай ҡатындар ваҡытында үҙҙәренең тиңдәрен һанға һуҡмайынса йөрөгән булып, кеҫәләренең ҡалынлығын устары менән тойғас, кире йәш ирҙәр эҙләү менән мәшғүлдәр. Ошо мәлдә абыныуын аңлай ҙа инде ҡарт алаша...
Илебеҙҙә демократия башланып, кешеләргә үҙаллылыҡ киң бирелгәс, ҡайһы берәүҙәр шундай мөмкинлектәрҙе лә күңелдәренән ысҡындырып ебәрмәйҙәр, күрәһең. Әммә бәхет бер үҙе генә йөрөмәй. Уның янында ауырлыҡтары ла бар. Ауырлыҡ үҙен тойҙорғаны өсөн дә бәхет бар. Шуны ҡабул итә алырлыҡ үҙеңдә сабырлыҡ таба алыуҙан бәхетле булыу ҙа, һис шикһеҙ, йыраҡ йөрөмәҫ. Ҡатын-ҡыҙ – йән тыуҙырыусы, тәбиғәте, йәне, тәне менән матурлыҡ, гүзәллек кенә биреп, тормошонда ла тик йылылыҡ ҡына бөркөп тороусы. Быуаттар буйынса кешелек донъяһы бары шулай булғаны өсөн генә йәшәп килгәне асыҡ. Сәстәр сәскә бәйләнгән хәлдә лә ошо ҡанундар онотолмаһын ине. Ниндәй генә заман, һынау килеүенә ҡарамаҫтан, кешене һәр саҡ алға өндәп, дәртләндереп йәшәткән эске матурлыҡ һәм киң тойғоларҙың сафлығы тик һүҙҙәргә генә әйләнеп, күңелдәр ташланмаһын. Хоҙайҙан бирелгән ғүмерҙең бар тәме менән йәшәргә хаҡлы кеше. Алдамағыҙ, алданмағыҙ. Ҡарт алашалар абынмаһын ине.
Фәрит ӘХМӘТОВ.
Читайте нас: