Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь 2019, 19:38

Башҡортостанда оҙон ғүмерлеләрҙе иҫәпләнеләр

Башҡортостанда оҙон ғүмерлеләрҙе иҫәпләнеләрӘлеге ваҡытта Башҡортостанда йәшәгән 1,2 миллион пенсионерҙың 143 меңе 80 йәште үткән, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының республика буйынса бүлегенән.

«Башҡортостанда 100 йәшен тултырған 176 оҙон ғүмерленән быйыл 82 пенсионер үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне», — тип белдерҙе Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса бүлек идарасыһы Фоат Хантимеров.
Бөгөн — бөтә донъя Оло йәштәгеләр көнө. Рәсәйҙә байрам 1992 йылдан алып билдәләнә.
Фоат Хантимеров әйтеүенсә, Рәсәй Пенсия фонды ололар өсөн илдең мөһим дәүләт институттарының береһе булып тора, уларҙы төрлө пенсия һәм социаль түләүҙәр менән тәьмин итә.
«Быйыл республикала пенсиялар һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәр өсөн сығымдар 169 миллиард һум тәшкил итте. 80 йәше тулған пенсионерҙар юғары пенсия алыу хоҡуғына эйә була. 80 йәшкә еткәс 5334,19 һум күләмендәге ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһына билдәләнгән түләү ике тапҡырға артып, 10 668,38 һум була. Пенсияны ҡайтанан иҫәпләү өсөн Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, ул автоматик рәүештә башҡарыла», — тине Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлеге етәксеһе.
Башинформ.
Читайте нас: