Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь 2019, 17:06

Ер кешеһе булып ҡала

Ер кешеһе булып ҡалаҺүрәттә беҙгә йылмайып ҡараған мөләйем инәй – ҒӘНИЕВА Зөлфиә Ғәбитулла ҡыҙы Архангел районы Аҙау ауылында тыуып үҫкән. Быйыл ул 92 йәшен тултырҙы.

...Зөлфиәнең йәшлеге һуғыш йылдарына тура килә. Атаһы Ғәбитулла герман һуғышында ҡатнашҡан, тирә-яҡта билдәле ҡул оҫтаһы була, әсәһе Нәсиха – һауынсы. Бына шундай эшһөйәр ғаиләлә күмәк бала араһында тәрбиәләнгән ҡыҙ бала саҡтан бик тырыш, намыҫлы булып үҫә.
1943 йыл бигерәк тә ныҡ хәтерендә ҡалған. Етенсе класты уҡып бөтөү менән колхоз эшенә сыға – уның иңенә ер ҡаҙыу, утау, иген һуғыу, урып-йыйыу эштәре төшә. Яҙ етеү менән, йәш кенә ҡыҙҙар иген сәсеү өсөн орлоҡто ауылдарынан 84 саҡырым алыҫлыҡтағы Ҡарлымандан йөкмәп алып ҡайта. Инйәр йылғаһында боҙ тығылғас, ауылға юл булмағанлыҡтан, тауҙар аша урау юлдан йөрөргә тура килә. Игенде Ҡарлыманда үлсәп, йөкмәтеп ебәрәләр. Ауылға ҡайтҡас, йәнә үлсәп алалар.
Сәсеү эштәре туҡтап торған арала ҡыҙҙар һәм үҫмер малайҙар, ауылда ҡалған оло йәштәге бабайҙар менән артелдә йүкәнән ҡап һуғалар. Ул заман кеше бик татыу, берҙәм була. Малайҙар ҡыҙҙарҙы ҡурсалап ҡына йөрөтә. Ун алты йәшлек кенә ҡыҙҙарға, тырышып эшләгән өсөн, дүрт ҡыҙҙы иң алғы рәткә ултыртып, һәр береһенә йыр бағышлап, Сталин һүрәте төшөрөлгән миҙал тапшыралар. Ә бына теләр-теләмәҫ кенә артта һөйрәлеп килгәндәрҙең дә исем-шәрифтәрен атап: “первый лодырь – на позор!” тип йырлайҙар...
Йәшлек йылдары һуғыш ваҡытына тура килеүенә ҡарамаҫтан, Зөлфиә шул осорҙо ғүмеренең иң матур миҙгеле тип иҫәпләй. Эштән саҡ ҡына бушаған арала, әхирәт ҡыҙҙары менән бергәләп, нисек күңел асыуҙары тураһында һағынып иҫләп ала.
...1949 йылда Зөлфиә һуғыштан һуң хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан ауылдашы Нәһәретдингә кейәүгә сыға. Бик матур итеп донъя көтәләр, ете бала үҫтерәләр. Балаларына яҡшы тәрбиә биреп, башлы-күҙле итеп бөткәс, инде арҡа терәп сәй эсеп кенә ултырыр ваҡытта, ире 72 йәшендә донъя ҡуя. Яҙмыш күп һынауҙар ебәрә Зөлфиә инәйгә: өс улын, бер ҡыҙын ерләй. Ләкин ҡайғыларға бирешмәй көслө рухлы, изге йөрәкле ҡатын. Әҙәм балаһы күтәрә алмаҫтай ҡайғы-хәсрәттәргә бирешмәҫкә уға иман юлы ярҙам итә. Һәр яңы көндө хәйер-доғалар менән ҡаршылап, ауылдың инәйҙәре менән йыйылышып, ҡөрьән аяттары уҡып, мөнәжәттәр әйтеп, ил-көндәргә именлек теләп иман байлығы менән үткәрә ул йылдарын.
Йәтим ҡалдым тип зарланып ултырмай һис тә, киреһенсә, дәртләнеп эшкә тотона. 85 йәшенә тиклем ҡулынан салғы, балта төшмәй ғәййәр ҡатындың. Ирҙәр эше тип тормай, йорт-ҡураһын ялт иттереп тота, донъяһын гөл иттереп йәшәй уңған инәй. Баҡсаһында емеш-еләктең ниндәйе генә юҡ, шуның менән бергә, йәшелсәһен дә үҫтерә, мал-тыуарын да аҫырай. Тәҙрә төбөндәге күҙҙәрҙе ҡамаштырып ултырған гөлдәре менән серләшә-серләшә гөр-ләтеп донъя көтә. Эске рух ныҡлығы, киләсәккә өмөт йәшәтә уны.
Тик нисек кенә тырыш, егәрле булһаң да, ҡартлыҡ үҙенекен итә икән шул. Йәше бик олоғайып киткәс, балалары Стәрлетамаҡҡа алып китә. Тик ергә ереккән ер кешеһе ауылды ташлап китә буламы һуң инде?!
Һис тә ҡалала йәшәгеһе килмәй инәйҙең, тик балалары ай-вайына ҡуймай, ныҡыша торғас, нишләһен инде – ризалашырға тура килә. Бәхеткә ҡаршы, һуғыш ветерандарының тол ҡалған ҡатындарына фатир бирә башлағас, Зөлфиә Ғәниеваға ла фатир алырға насип була. Айырым торор урыны ла булғас, ҡалаға күсеп килергә ризалаша. Ләкин барыбер ҡала мөхитенә өйрәнә алмай инәй. Ваннала йыуыныуға күнегә алмай бер була, ҡалала үҙ йортонда йәшәгән ҡыҙына барып мунса инеүҙе хуп күрә.
Туҡһан йәшенә тиклем, ул өйөнә ҡайтып, йорт-ҡураһын тәрбиәләп, картуф ултыртып, һуған, кишер сәсеп, сәскәләр үҫтереп йәшәй. Әле лә йәй етеү менән, өйөн, баҡсаһын һағынып, ауылына ҡайтып етә.
Ауыл тормошонан айырыла алмай бөгөн дә. Баҡса эштәрен балаларына тапшырһа ла, барыһын да үҙе ҡаты контролдә тота. Ихлас, сабыр холоҡло, шул уҡ ваҡытта йор күңелле инәй һаман да ер кешеһе булып ҡала.
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас: