Ашҡаҙар
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь 2019, 17:11

Рәсәй йөҙйәшәрҙәр һаны буйынса рекорд ҡуя.

Рәсәй йөҙйәшәрҙәр һаны буйынса рекорд ҡуя. Рәсәй йөҙйәшәрҙәр һаны буйынса рекорд ҡуя. Йыл башына илдә 20 582 оҙаҡ йәшәгән граждан иҫәпләнгән. Был, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 17 процентҡа күберәк. Улай ғына ла түгел, йөҙ йәшен үткән кешеләр һаны һигеҙ йыл рәттән йылдам үҫешә һәм ошо йылдарҙа инде өсләтә артты тиергә була.

2011 йылға тиклем 100 йәштән өлкән булғандар һаны йә артып, йә кәмеп, алмашынып торҙо. Артабан был күрһәткес тотороҡло рәүештә юғарыға менде, 2018 йылда 7,5 мең кешенән 20,6 меңгә барып етте – йәғни 2,7 тапҡырға артты.
Әлбиттә, оҙон ғүмерлелекте тәү сиратта йәшәү шарттары яҡшырыуға һәм медицина үҫешенә бәйләп аңлатырға була. Әммә демографтар Рәсәй халҡының оҙаҡ йәшәй башлауын статистик иҫәптең камиллашыуы менән дә аңлата. Эксперттар иһә үҙ сиратында оло йәштәгеләр һанының артыуы улар өсөн хөкүмәттән социаль һәм медицина ярҙамын алыу мәсьәләһен тағы ла нығыраҡ хәл итеүҙе талап итәсәк тип иҫкәртә.
РФ һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова белдереүенсә, илдә уртаса ғүмер оҙонлоғо 2019 йылдың тәүге яртыһында йыллыҡ сағылышта һигеҙ айға үҫкән һәм 73,7 йәшкә еткән (ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 78,5 йәш). Президенттың май указына ярашлы, 2024 йылға ирҙәргә был күрһәткес 78 йәшкә тиклем барып етергә тейеш. Был маҡсатҡа 1,36 триллион һум аҡса сарыф итеү планлаштырыла.
Әлбиттә, генетика хаҡында ла оноторға ярамай. Кешене ата-әсәһе һәм үҙе ни тиклем нығыраҡ хәстәрләһә, һөҙөмтәлә ул әҙәм балаһы шул тиклем оҙағыраҡ йәшәй аласаҡ. Хәйер, 90 йәш тураһында һөйләгәндә, был йәшкә етеү өсөн әллә ниндәй шарттар булыу мөһим түгел, тигән фекерҙә, мәҫәлән, ошо өлкәне өйрәнеүсе ғалим Сергей Шульгин. Ул был йәһәттән Японияны миҫал итеп ала.
– Медицинала әллә ниндәй асыштар булмаған хәлдә лә хәҙерге шарттарҙа әлеге заман балалары 90-ға етә аласаҡ тигәнде аңлата. Бындай сценарий хәҙер фантастика булып күренмәй, – тип асыҡлай демограф.
...Шул уҡ ваҡытта Росстаттың фаразлауы буйынса, 2035 йылда Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн көтөлгән ғүмер оҙон-лоғо 85,1 йәшкә етәсәк. Ысынлап та, традиция булараҡ, ҡатын-ҡыҙ затына 90-ға, 100-гә етеү мөмкинлеге күберәк. Мәҫәлән, Росстаттың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, 20,5 мең тиерлек кешенән 100 йәштән үткәндәрҙең 70 процентынан артығы (14687 кеше) ҡатын-ҡыҙ затына тура килә.
Ә бына Стәрлетамаҡта быйыл йыл башында йөҙйәшәрҙәр иҫәбендә ун ике кеше ине. Беҙҙең гәзит менән бәйләнештә торғандар ғына ла икәү булды. Хөснөтдинова Ғәтифә инәй йөҙ ҙә дүрт йәшкә етеп, Иш-маев Бәхтиәр бабай йөҙгә етеп гүр эйәһе булды. Әле оло йәштәгеләрҙең һаны күпме икәнлеген аныҡ ҡына әйтеүе ҡыйын. Хатта ҡаланың халыҡты социаль яҡлау бүлегендә лә, Пенсия фондында ла теүәл генә һанды әйтеүсе булманы. Хәйер, туҡһан йәшкә еткәндәр ҡарттар сафын тултырыусылар исемлегенә инә бара. Шөкөр, туҡһанға аяҡ баҫыусылылар беҙҙә байтаҡ. Тимәк, Стәрлетамаҡ кешеләренең оҙон ғүмерле булыуы менән дә ғорурлана алабыҙ.
Р. САФИНА.
Читайте нас: