Яу менән дивизия 4 мең саҡрымдан ашыу юл үтә. 3 мең фашист һалдатын, 56 танк, 6 самолетты юҡ итә башҡорт һыбайлылары. Юғалтыуҙар ҙа бик күп була, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса тап Ивановка янындағы алыштарҙың береһендә Миңлеғәле Шайморатов һәләк була, 700 һалдат әлегәсә хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә. Уларҙың ҡайһылары бәлки эҙләү эштәре барған ерҙә яталыр…