Эксперттар фекеренсә, хаҡтарҙың арттырлыуына 2019 йылдың июнендә Рәсәй Федерацияһында роумингты туҡтатыу сәбәпле. Денис Кусков һүҙҙәренсә, хәҙер операторҙар килеп сыҡҡан сығымдарҙы ҡапларға тырышасаҡтар.
Бынан тыш компанияларҙа «Яровой законы»н үтәү өсөн сығымдар барлыҡҡа килде. Операторҙар селтәрҙәрҙе яңыртыу өсөн яңы ҡоролламалар һатып алырға мөжбүр булды.
Белгестәр тағы ла клиенттарҙың видео бәйләнеш һәм ҙур күләмле трафиктар талап иткән яңы ҡушымталар менән ҡулланыуҙа үҙ ролен үтәүен билдәләй. Абонеттарға ҙур тиҙлекле бәйләнеш кәрәк, бының өсөн улар ҡиммәтлерәк тарифтар һайлай.
Нисек кенә булмаһын беҙҙә һәр кем тәү сиратта бәйләнеш өсөн түләргә әҙер. Һөйләшеү, социаль селтәрҙәрҙә, WhatsApp кеүек мессенджерҙарҙа аралашыу тормошобоҙға тығыҙ үтеп инде.