Ашҡаҙар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ноябрь 2019, 19:55

ПОСЫЛКА БЕР КӨНДӘ КИЛӘСӘК

«Рәсәй почтаһы» посылкаларҙы 7800 йүнәлеш буйынса яңы тиҙлек нормативтары буйынса алып барып еткерәсәк. Был турала ойошманың вәкиленә һылтанма менән «Ведомости» хәбәр итә. Яңы нормативтар менән эшләүгә «Рәсәй Почтаһы» 15 ноябрҙән күсә. Ошо көндән башлап күпселек рәсәйлеләр өсөн посылканың юлда булыу ваҡыты 48 сәғәт менән сикләнәсәк. Теүәл срок посылканың йүнәлеше буйынса билдәләнәсәк һәм ул 2-8 тәүлек тирәһе буласаҡ.

Халыҡ миллион кеше һәм 100 мең кешеһе йәшәгән ҡалалар араһындағы бәйләнеш 2-3 көнгә тиклем ҡыҫҡартыласаҡ. 500 мең кеше йәшәгән ҡайһы бер ҡалаларға йүнәлтмә бер көндән һуң барып етәсәк.
Ыңғай үҙгәрештәр инфраструктураға күпләп аҡса һалыу, маршруттарҙың схемаһын яңыртыу һәм сортировка ваҡытын тиҙләтеү ярҙамында килеп сыҡты, тип билдәләй «Рәсәй Почтаһы»ның электрон коммерция буйынса гендиректорының беренсе урынбаҫары Алексей Скатин.
Баҫма мәғлүмәттәре буйынса, «Рәсәй Почтаһы» акционер йәмғиәтенең 2023 йылға тиклем үҫеш программаһы буйынса 133 миллиард һум күләмендәге инвестициялар ҡаралған. Сумманың ҙур өлөшө мәғлүмәт технологияларына тура килә.
Читайте нас: