Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2019, 17:05

“Үлем” менән ҡайҙа һатыу итәләр, хәбәр ит!

Ошондай исем аҫтында бөтә Рәсәй наркотикҡа ҡаршы акцияның икенсе этабы башланды. Ул 22 ноябргә тиклем дауам итә.

Был сара наркоманияның таралыуын иҫкәртеү, психотроп һәм наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнешен асыҡлау, шулай уҡ наркотик ҡулланыуҙың эҙемтәләре тураһында халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыу маҡсатында үткәрелә. Республикала йәшәгән һәр кем наркотиктарҙы ҡулланыусы-лар, уның менән һатыу итеүселәр, наркопритондар тураһын-да республика Эске эштәр министрлығының “ышаныс телефоны”на 8(347) 279-32-92, 02 (мобиль телефондан – 102) тәүлек әйләнәһенә шылтыратып, хәбәр итә ала. Был турала мәғлүмәтте аноним рәүештә лә ҡалдырырға мөмкин.
Теманы дауам итеп,
Шулай уҡ 20 ноябргә тиклем «Рәсәй балалары - 2019» ведомство-ара комплекслы оператив-иҫкәртеү операцияһы үткәрелә.
Уның барышында наркотиктарға бәйле башҡарылған һәм бәлиғ булмағандарға ҡарата енәйәттәр тураһында тәүлек әйләнәһенә дежур часҡа йәки «02» телефонына хәбәр итергә була. Был осорҙа полиция хеҙмәткәрҙәре үҫмерҙәр йәшәгән урындарҙы һәм профилактик иҫәптә торған ғаиләләрҙе тикшерәсәк. Шулай уҡ наркотик һәм психотроп матдәләрҙе ҡулланыуға бәлиғ булмағандарҙы йәлеп иткән кешеләрҙе һәм ата-әсәләрҙе, наркотик һәм психотроп матдәләрҙе ҡулланыусы үҫмерҙәрҙе асыҡлау маҡсатында мауыҡтырғыс һәм ял итеү учреждениеларын тикшереү буйынса рейдтар ойоштороласаҡ.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: