Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2019, 17:00

Бөгөн – Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса планетала 130 миллионға яҡын кеше күреү һәләтенән мәхрүм.

Башҡортостандың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы етәксеһе Айгөл Әминева әйтеүенсә, күреү һәләтенән мәхрүмдәр өсөн төрлө саралар ойошторола, программалар ҡабул ителә. “Мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында һәләтле кешеләр ҙә байтаҡ, шулай ҙа уларҙы йәмғиәткә ылыҡтырыу еңел түгел”, - ти ул.
Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө 18 быуатта Парижда һәм Санкт-Петербургта күреү һәләте насар булғандар өсөн бер-нисә мәктәп һәм предприятие асҡан педагог Валентин Гаюи хөрмәтенә булдырылған. Ул тап 13 ноябрҙә тыуған.
Читайте нас: