Кемдәр Федераль һалым хеҙмәтенең интернет-сервисына тоташҡан, һалым түләргә кәрәклеге тураһында белдереү шәхси кабинетта урынлаштырылған. Ә башҡаларға белдереү ҡағыҙҙарын йәшәгән урыны буйынса “Рәсәй почтаһы” таратты.
Әгәр ҙә һалым түләү буйынса белдереү ҡағыҙҙары килмәһә, Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль һалым хеҙмәте органдарында йәки Күп функциялы үҙәктәрҙә алырға мөмкин.
Мөлкәт һалымын иҫәпләү буйынса һорауҙарығыҙ булһа, милектәге объект йәки йәшәгән урын буйынса һалым органына мөрәжәғәт итегеҙ.