Ашҡаҙар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2019, 21:05

Йәш кәләшкә нәсихәттәр

Был нәсихәт - бик фәһемле һәм дә ғибрәтле нәсихәт, йәш килендәргә һәм килен булып төшәсәк ҡыҙҙарға өлгө бирерҙәй бик файҙалы, мәғәнәүи дини риүәйәт.


Рухи донъябыҙҙы фиғеле яҡты бер нур булып биҙәр был ҡыҙҙың атаһы бөтөн кешеләрҙе уҙенең әмерендә тотҡан ырыу башлығы, мәшһүр хөкүмәт етәксеһе була. Әсәһе иһә бик аҡыллы, тормошто яҡшы белгән мөслимә - динле әсә. Атаҡлы етәксе ҡатыны, ир уҙаманы -ҡатыны, тэрбиәле бер ғаиләнән килгән зирәк, иманлы әсә!..
Дан-дәрәжә, байлыҡ, ғилем-мәғрифәт, дәүләт идараһы - шул ғаиләнең Хаҡ Тәғәлә буләк иткән ырыҫы.
Ана шундай ғаиләлә күҙ өҫтөндә - ҡаш ҡына булып үҫкән ҡыҙ балаға әсәһе тарафынан бирелгән 10 нәсихәт бөгөн дә беҙҙең күңелдәребеҙҙе сафландырыр, зөфаф кисәләренән алып ғүмерҙәрҙең ахырынаса юл яҡтыртып барырҙай, затлынан да затлы бирнәләргә торошло нәсихәт ул.
Бәйән ҡылыу - беҙҙән, уҡып ғибрәт алыу - һеҙҙән, тәьҫир-йоғонтоһо - Йәнәбе Хаҡтандыр.
Хәҙистәрҙән күренеүенсә, Харистың ҡыҙы Әсма, килен булып төшөр көндә, әсәһе Өммиә тарафынан ошондай шәкелдә өгөт-нәсихәттәр ала.
«Балам, һөйөклө ҡыҙым, hәp кеше өгөт-нәсихәткә мохтаж. Нәсихәт тыңлап, уны тоткандар донъяла
һөйөнөстәр, ҡыуаныстар эсендә һәм дә бәхетле ғүмер кисерерҙәр.
Алланың тәғәйенләгән ҡанундарына күрә, тормош сәхнәһенә баҫыу ваҡыты еткән һәр бер ҡатын - иргә, һәр ир - ҡатынға мохтаж. Улар уртаҡ - бер ғаилә ояһы ҡорорға мохтаж бер сифатта яралтылған. Был - Аллаһ - ҡануны. Был - ҡанунды һис бер кеше боҙа алмаҫ, һәм был - ҡиәмәткә кәҙәр шулай буласаҡ.
Шул сәбәптән, һин дә, балам, тәпәй баҫҡан, йүгереп- уйнап үҫкән йортоңдан быға кәҙәр белмәгән бер тормош арҡалашыңдың өйөнә, һинеке буласаҡ бер өйгә китәсәкһең.
Әй минең йөрөк майым, бер бөртөк кыҙым, күҙемдең нуры - балам! Хәҙер һиңә әйтәм - һин ул затҡа (иреңә) хеҙмәтсе бул, ул да һиңә тоғро, ышаныслы булһын. Һин уға ер бул, ул һиңә кук булһын. Һин иреңә өй бул, ул һиңә терәк булһын.
Һөйөклө ҡыҙым! Хәҙер - ҡайһы бер кәңәштәр бирермен, уларҙы күнелеңә биклә лә, кәрәклеге еткәс, еренә еткереп башҡар.
Был әйткәндәремде үтәһәң, ирең менән гүзәл бер шәкелдә шатлыҡ менән тулы ғүмер кисерерһегеҙ, бәхетле һәм бәхтиәр булырһығыҙ. Беҙ ҙә (һәр ике яҡтың ата-әсәһе) хозур-рәхәт эсендә һеҙҙең менән бәхетле булырбыҙ. Өгөттәремә ҡолаҡ һалмай, үҙ көйөңә йөрөһәң, һәр ике ғаилә лә хозурһыҙ булыр. Һин дә йәһәннәм тормошонда йәшәрһең
Ҡыҙым, бына һиңә 10 нәсихәт, уларҙы һис башыңдан сығарма:
1. Ҡәнәғәт була бел, үҙ хәлеңә шөкөр ит.
Йәғни, ирең өйгә ни алып ҡайтһа ла - ашар ризыҡ булһынмы, кейем булһынмы - уны иң гузәл мөнәсәбәт
менән, йылы итеп кабул ит. Иреңә рәхмәт әйтеп, ризалыҡ күрһәт. Бәхетле ғүмер кисереуҙең беренсе юлы - үҙ хәлеңә шөкөр итеү. Хәленә шөкөр итмәгән, үҙ каҙаныштарынан ҡәнәғәтләнмәгән күңел хозурлыҡ тәмен, ҡәлеб рәхәтен тоймаҫ.
2. Иреңә итәғәт ит, ҡушҡандарын эшлә, ҡушмағандарынан тыйыл.
Иреңдең ҡолағын һаҡла - ул һинән тик матур, наҙлы ауаздар ғына ишетһен. Шулай итһәң, Аллаһы Тәғәлә һинән разый булыр, һәм йортоғоҙ шатлыҡ менән тулыр.
3. Ирең күрәсәк ерҙәргә ныҡ иғтибар ит.
Иреңдең күҙен һаҡла - ул һине бөхтә итеп күрһен,
өйөңдөң эсен-тышын бик таҙа тот. Уның, күҙенә бысраҡ, ерәнгес нәмәләр күренеүҙән һаҡлан.
4. Иреңдең танауын һаҡла.
Йәғни, өйөңдән дә, үҙеңдән дә насар еҫтәр килеп тормаһын, һинән күңеле ҡайтырлыҡ булмаһын. Шуны бел, таҙартыу һәм пакландырыуҙың иң һәйбәт ысулы - һыу.
5. Аш-һыуҙы ваҡытында яҡшы итеп әҙерлә.
Сәғәте етеү менән алдына аш ҡуй. Килеп кергән уңайы
ашъяулығыңды йәй. Шуны бел, ас кешенең асыуы яман.
6. Йоҡоһон һаҡла.
Ҡайһы мәлдә йоҡларға ғәҙәтләнһә, шул мәлгә яҫтығын әҙерлә. Уға кәрәк сағында уят. Йоҡоһо туймау кешене йонсота, тимәк, һөйөү хисе лә юғала.
7. Иреңдең мал-мөлкәтенә һаксыл бул.
Уның малы - һинең малың. Иреңдең байлығын урынлы ҡуллан, исраф итмә. Был да - һөнәр һәм ҡәҙер күрһәтә белеү.
8. Иреңдең туған-тыумасаһына хөрмәт күрһәт.
Уларға иғгибарлы булыуың - иреңдең күңелен күреуең. Уларға хөрмәтең - иреңә хөрмәт күрһәтеүең. Был - кешеләрҙең ҡиммәтен һәм ҡәҙерен белеү.
9. Иреңдең серҙәрен һис кемгә һөйләмә.
Әгәр һөйләһәң, уны тубәнһеткән һәм һиңә булған ышанысын юғалтҡан булырһың. Шуньң арҡаһында ғаилә нигеҙегеҙ боҙолор.
10. Иреңдең дингә ярашлы һәр әмерен еренә еткереп үтә.
Ҡаршылашыуың, ыҙғышҡа килтерер һәм ғаиләгеҙҙән тынғылыҡ китер.
Шуны ла бел: ирең, хәсрәтле саҡта - шатланып, ул шатланғанда көйһөҙләнеп йөрөмә. Тәрбиәһеҙҙәр генә шулай ҡыланыр, һәм ҡылығың уның хис-тойғоһон һанламайһың кеүек тойолор.
Балам! Иреңә ни ҡәҙәр ҙур хөрмт һәм ҡәҙер күрһәтһәң, үҙеңде шул ҡәҙәр һөйҙөрөрһөң. Әйткәндәремдең киреһен эшләһәң, йәһәннәмдә утын булырһың. Заты шундай төркөмдән булған ҡатындарҙың ғаиләһе менән
йәһәннәмдең айырмаһы юҡтыр. Бындай ҡатындар менән йәшәү - донъяла уҡ йәһәннәмгә юл тотоу. Ата-бабаларыбыҙ: «Ирен дәрәжәләмәгән ҡатынды йортоңда тотма», - тигәндәр.
Балаларыңды нәсихәттәгесә тәрбиәлә лә Аллаһҡа тапшыр, ҡыҙың булһа - үрнәк бул!
* * *
Бына шундай өгөт-нәсихәт биргән бынан мең йылдан да әүәл йәшәгән әсә үҙ ҡыҙына һәм ул нәсихәттәрҙең, Аллаһ хозурында булғанлыҡтан, һис иҫкергәне юҡ.
Йәш кейәүгә нәсихәттәр
Сөбханалла, бөгөн һин Хаҡ Тәғәләбеҙ ҡушҡан изге ғәмәл- никах ғәмәлен башҡарҙың һәм ошоноң менән үҙең, ата-әсәң, ҡанбабаларың, Раббыбыҙ алдында кәләшең, тыуасаҡ балаларың өсөн яуаплы бурыс алдың. Ошо бурыстарыңды үтәүҙә хаҡ мосолман тәҡүәлеге, камил аҡыл, үткер зиһен, тулы иман бирһен Аллаһыбыҙ.
Ислам ҡатын-ҡыҙға гузәл мөнәсәбәт талап итә, һәм уны һис бер диндә булмаған бейеклеккә кутәрә. Әсәләргә, ҡатын-ҡыҙға мөнәсәбәттең иң камил өлгөләрен беҙ Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһи- вәссәләм хәҙистәренән күрәбеҙ.
Исламда никах хайуани хистәрҙән юғары тора, ғаилә башлығы сабырлығы, шәфҡәтлелеге, өй эсендәге ваҡ-төйәк етешһеҙлеккә иғтибар итеп бармауы, асыуын тыя белеүе, киң күңеллелеге менән айырыла. Хатта ҡатынының диндән сыҡмай торған ваҡ-төйәк етешһеҙлектәренә лә бик иғтибар итмәй, матур яҡтарын күрергә тырыша.
Өйөнә йылмайып ҡайтып инер, ҡатынын, балаларын матур мөғәмәлә менән Аллаһ исеме менән сәләмләр. Уның ҡайтыуын яҙ килеүе, шатлыҡ, бәхет өҫтәлеп килеүен көткән төҫлө көтөрҙәр.
Ҡатынына ярҙам кәрәген күрһә, булышыр, нимәгәлер зарланһа - йыуатыр, анлатыр. Ир кешенең йән сихәте, ғишыҡ-ғишрәте үҙ хәләл ефете менән генә булырға тейеш. Уйнаш - кеше үлтереүгә тиң оло гонаһтарҙан һанала. Ҡатыны ире янында үҙен яҡлаулы, һөйөклө итеп тойһон.
Шриғәт ҡушҡан сиктәрҙә ир матур кейенергә, бөхтә булырға, мөхәббәтлелеген юғалтмаҫҡа тырышырға бурыслы. Ирҙең -ҡатынына хаҡы булған кеүек, ҡатындың да иренә хаҡы бар. Эш, дуҫ-иш - үҙ урынында, ғаилә иһә - төп урында. Ғаилә хәле төҙөк булмаған, сәй һәм мәйханаларҙа бушҡа ғүмер, мал сарыф итеүгә ғәҙәт ҡылған милләттә оят һәм нәҫел дауамы бөтмәү ихтималы юҡ, тип иҫкәрткән олуғ ғалим, мәғрифәтсе Ризаитдин бине Фәхретдин.
Ғаилә эсендәге хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы мәсьәләләргә бөйөк мәғрифәтсе, Исламиәт белгесе булараҡ, ентекле байҡау яһай, аңлатмалар
бирә. Мәҫәлән, Хәҙис шәрифтән ул ошондай тәржемәне миҫалға килтерә: «Әҙәмдәрҙең, яуызы уҙенең ғаиләһенә (ҡатын һәм балаларына) ашау-эсеү, кейем-һалым тураһында үә башҡа мөғәмәләләрҙә ғәҙәттән тыш тығыҙлыҡ ҡылыусы кешелер».
«Беҙ мосолмандарҙа ир менән ҡатын араһында булған мөнәсәбәттәр хужа менән хеҙмәтсе араһындағы мөнәсәбәттән күп айырым булмай, - тип яҙа ғалим. Хужа менән хеҙмәтселәр араһында булған балаларҙың яҡшы тәрбиә күреүҙәре мөмкин түгел».
Ире өйгә ҡайтып ингәндә ҡатыны, балалар -ҡурҡып, ҡалтыранып, унда-бындаҡаса башлаһа, сығып китеүе менән улар иркен тын алып шатланһа, рәхәтлек кисерһә - был кешене яуыз тимәй, ни тиһең.
Ғаилә төҙөк булыуға беренсе сәбәп - ир булған кеше ҡатынын үҙенә иптәш, узе юҡта үҙ урынында тороусы хужа тип белергә, өй идараһын бөтөнләй yғa тапшырырға үә иркенлек бирергә тейешле, тип яҙа Ризаитдин бине Фәхретдин.
Ғаиләлә берлек һәм мөхәббәт хөкөм һөрөргә тейеш. Әфәндебеҙ Мөхәммәт ғәләйһи-вәссәләм: Һеҙҙең хәйерлегеҙ - ҡатындарығыҙ өсөн хәйерле булғанығыҙҙыр» - тигән.
Яҡшы ҡатын дин һаҡлау йәһәтенән иренә иң беренсе ярҙамсы, әҙәмселекле, яҡшы күңелле, ти Фәхретдин. Уларҙы боҙоусылар һәм яман ҡатын исеме алыуҙарында сәбәпселәр, күбеһенсә, боҙоҡ һәм хаяһыҙ ирҙәрҙер. Яҡшы ҡатындар күктән төшмәйҙәр, диңгеҙҙән сыҡмайҙар, бәлки үҙ арабыҙҙа уҫәләр. Яҡшы ҡатындар етештереү өсөн яҡшы тәрбиә үә ҙур ижтиһадтар лазым. Был вазифалар иһә ирҙәр өҫтөндә, тип дауам ителә хеҙмәттә.
Ҡатындарҙы маҡтар өсөн да, яманлар өсөн дә тема күп, ти Риза Фәхретдин. Ирҙәрҙең яҡшылары һәм уҫалдары булған кеүек, ҡатындарҙың да уҫалдары һәм яҡшылары булыуы мөмкин, ти ул һәм бер ғәрәп шағирының шиғырын ике телдә миҫалға килтерә. Эстәлеге былай: яҡшы тәрбиә бирмәһәң, ҡатын шайтан булыр, яҡшы тәрбиә бирелһә, ҡатын фәрештә булыр. Ҡатынды шелтә ҡылма, уҙеңде шелтә ҡыл.
Ҡатын шайтан булмаһын өсөн ни эшләргә һуң, ни тәрбиә ҡылырға? Ир-атҡа ошондай кәңәштәр бирелә: ҡатынды рыяһыҙ һөйөп, уны үҙеңә иң ышаныслы иптәш тип белергә, уны һәр төрлө ауырлыҡтарҙан һаҡларға, ел- ямғыр тейҙермәҫкә, йомшаҡ һөйлэшергә, артыҡ уйын-көлкө итмәҫкә, яҡшы һәм файҙалы нәсихәт бирһэ, ҡолаҡҡа алырғa һәм ғәмәл ҡылырға, һүҙ йөрөтөүсе һәм ғәйбәт һөйләп йөрөүсе ҡатындар менән ҡатышыуҙан һаҡларға, иҡтисад менән эш ҡылыу тураһында, йәғни һаҡсыл булырға тәнбиһ итеп тopopғa, үҙ алдында уны кешеләргә маҡтамаҫҡа, һәр
хәлдә уның ҡаты мөғәмәләләренә түҙергә һәм шуның бәрәбәренә Аллаһы тәғәләнән сауап өмөт ҡылырға. Быларҙың һәр беренән бигерәк ҡатындарға
хәрәм һәм хәләл мәсьәләрен аңлатырға һәм хәләл-хәрәмгә сәбәп буласаҡ эштәрҙән хәбәрҙәр ҡылырға.
Хәҙистәрҙән күренеүенсә, ғаилә башлығына ошондай кәңәштәр бирелә:
11. Алланың ризалығы өсөн ғаилә ҡороп, мосолман үҙ ҡатынын үҙенә тиң шәхес итеп курә, уны ихтирам итә, серҙәрен haҡлай. Бындай мөнәсәбәт ғаиләгә сит-яттарҙың да ихтирамын арттыра.
12. Мосолман сит-ят алдында ҡатынының йөҙөн йыртмаҫ, ризаһыҙлығы булһа, тейешле ваҡытын, урынын һайлап ҡына әйтер.
13. Ҡатынының ата-әсәһенә, туғандарына тел тейҙермэҫ, низағлашып йөрөмәҫ, сөнки был рәүешле ул үҙ ҡатынын да оятлы итер, рәнйетер.
14. Ҡатыны, уның ата-әсәһе менән уртаҡ тел табып, шул уҡ ваҡытта үҙ ата-әсәһен дә хөрмәтләргә, уларҙы тыңларға, мөнәсәбәттәрҙә тигеҙлек табырға бурыслы.
Ир кеше тулыһы менән ҡатыны өсөн яуаплы, һәм ҡиәмәт көнөндә мосолман үҙ ҡылғандары өсөн генә түгел, ә ҡатыны, балалары кылҡандар өсөн дә яуап тотасаҡ. Шуның өсөн дә ул ҡатынының, балаларының динле, тәҡүә булыуын хәстәрләйәсәк.
Ислам динендә ирле-ҡатынлылар тарафына булған һәммә нәсихәттәр бер нөктәгә барып терәлә - ғаилә хәлен төҙөк тотоу һәм күркәм рәүештә донъяла йәшәүҙе тэъмин итеү.
Һиңә лә, ҡәҙерле йәш ғаилә ошо олуғ сифаттарга эйә булыу бәхете тейһен, ике донъяла ла йәннәт сихәттәрен насип итһен Хаҡ Тәғәләбеҙ.
Туғандарым, был тормош һабаҡтарын зат- зәүрәтегеҙгә, дуҫтарығыҙға, арҡалаштарығыҙға,
күршеләрегеҙгә, таныш-тоноштарығыҙға ла тәҡдим итегеҙ.
Улар ҙа уҡыһын. Был да һеҙҙең, өсөн сауаптыр.
* * *
Хаҡ Тәғәлә юлында күркәм ғаилә ҡopon, Аллаһ Сөбханә Тәғәләнең дә, бәндәләрҙең ризалығын алып, бәхетле, иманлы тормош юлы уҙырға, тигеҙ ғүмер итергә насип булһын һеҙгә. Әмин.
Матбуғатҡа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Королтайы депутаты, Башҡорт ҡатын- ҡыҙҙары йәмғиәтенең uдapa рәйесе, яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова әҙерләне.
Читайте нас: